БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.16K photos
8K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостанда тәүлек эсендә ике урында ҡоро үлән янып китеү осрағы теркәлгән

Яңауыл һәм Краснокама районындарындағы был янғын һүндерелгән, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан. Быйыл Башҡортостанда ҡоро үлән янып китеүҙең 278 осрағы теркәлгән. 1 мең 200 гектарға зыян килгән.
🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Сергей Кудрявцев менән осрашты

Республика башлығы Радий Хәбиров Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Сергей Кудрявцев менән осрашты. Төбәк башлығы яңы етәксегә уңыштар теләп республика тарафынан ведомствоға ярҙам итергә әҙерлеген белдерҙе. Сергей Кудрявцев быға тиклем Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Бүрәт республикаһы буйынса идаралығын етәкләне.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Янғындар арта: йыл башынан 117 кешенең ғүмере өҙөлгән

Йыл башынан республикала 3 мең ярымдан ашыу янғын теркәлгән, уларҙа 117 кешенең, шул иҫәптән 12 баланың ғүмере өҙөлгән. Күңелһеҙ осраҡтарҙың төп сәбәбе ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалдарын дөрөҫ ҡулланмау һәм мейес менән йылытыу ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле. Республика Хөкүмәтендә үткән Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияның сираттан тыш ултырышында район-ҡалаларҙа иҫкәртеү сараларын көсәйтеү бурысы ҡуйылды.
👍1😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Луганск халыҡ республикаһының Петровское ҡалаһында йәшәүселәр Тимерйән Рәжәповты хөрмәтләп иҫкә алды

Луганск халыҡ республикаһының Петровское ҡалаһында йәшәүселәр Тимерйән Рәжәповты хөрмәтләп иҫкә алды. Яҡташыбыҙ 10 йыл элек Донбасҡа тәүге гуманитар ярҙам менән килә. Үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, ул аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәрҙе иң ҡыҙыу нөктәләргә алып бара. Тимерйән Рәжәп улы кешеләрҙең ғазаптарын, уларҙың мохтажлығын һәм өмөтһөҙлөгөн күрә, һәм был уның яуҙам итергә тәүәккәллеген нығыта.
👍3😢1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Октябрь проспектында «Граждандар аллеяһы» заманса ҡала скульптураһы баҡсаһы асылды

Өфөнөң Октябрь проспектында «Граждандар аллеяһы» заманса ҡала скульптураһы баҡсаһы асылды. Проект халыҡтың хеҙмәтен һәм мәҙәниәтен сағылдырған арт-инсталляциялар серияһы булып тора. Уның авторҙары Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты студенттары.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Илеш районының «Орленок» лагеренда бөгөн 330 бала ял итә

Илеш районының «Орленок» лагеренда бөгөн 330 бала ял итә. Бында республиканан ғына түгел, Мәскәү, Ырымбур һәм башҡа төбәктәрҙән дә килеп ял итеүселәр бар. Беренсе смена «Бөйөк еңеү вариҫтары» исемен йөрөтә. Лагерҙа спортҡа, уйынға, күңел асыуға йүнәлтелгән сараларҙан тыш, уҡытыу, патриотик һәм хәрби программалар ҙа ҡаралған. Йәйгеһен 21 көнлөк 4 смена планлаштырылған.
1👍1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика клиник онкология диспансерында колопроктология буйынса сираттағы операция үтте

Инвазив ысул менән башҡарылған операция 55 йәшлек иргә яһалды. Уның эсәгендә яман шеш диспансер тикшереү ваҡытында асыҡланған. Шеште тәүге стадияһында табыу һәм алып ташлау сирленең ғүмерен оҙонайтыуға булышлыҡ итә, ти хирургтар.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Дуҫлыҡ» вокаль ансамбле халыҡтарҙы берләштерә

«Дуҫлыҡ» вокаль ансамбле халыҡтарҙы берләштерә. Мәскәү һәм Калининград тамашасыһы һөйөүен яулаған коллектив Өфөлә ҙур программа менән сығыш яһаны. Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы студенттары дирижер Хәйҙәр Вәлиев етәкселегендә донъя халыҡтары әҫәрҙәрен башҡарҙы.
👍21
Өфөгә "Рус витяздәре" киләсәк

17 июлдә "Өфө моторҙар төҙөү берекмәһе"нә нигеҙ һалыуҙың 100 йыллығы уңайынан сара уҙғарыла. Тантанала легендар пилоттар төркөмөнөң ҡатнашыуы көтөлә, тип хәбәр итәләр ҡала советынан. Улар Өфөлә етештерелгән заманса авиация двигателдерең мөмкинлектәрен күрһәтәсәк. Предприятиеның юбилейы федераль кимәлдә билдәләнә. Ил президентының указы бар.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Республика террорға ҡаршы көрәш комиссияһының сираттағы ултырышын үткәрҙе

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Республика террорға ҡаршы көрәш комиссияһының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Күләмле акциялар, сығарылыш класс байрам саралары алдынан барлыҡ хеҙмәттәрҙең дә әҙерлеген тикшереү мөһим. Төбәк башлығы әйтеүенсә, халыҡ күпләп йөрөгән майҙандарҙа хәүефһеҙлек талаптарын етди үтәү мөһим.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министры итеп Александр Воронежский тәғәйенләнде

Владимир Путин указы менән Башҡортостан буйынса Эске эштәр министры итеп Александр Воронежский тәғәйенләнде. Рәсәй эшке эстәр министры Владимир Колокольцев шәхси составты ведомствоның яңы етәксеһе менән таныштырҙы. Полиция генерал-майоры Александр Воронежский алдында етди маҡсаттар ҡуйылды.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Рәсәй бойондороҡһоҙ профсоюз ойошмалары мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәренең семинар-кәңәшмәһе үтә

Өфөлә Рәсәй бойондороҡһоҙ профсоюз ойошмалары мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәренең семинар-кәңәшмәһе үтә. Дүрт көнлөк мәғариф программаһына ярашлы, илдең төрлө төбәктәренән йыйылған белгестәр профсоюз хәрәкәте эшмәкәрлеген яҡтыртыу буйынса заманса эш алымдарын үҙләштерә, берҙәм мәғлүмәт киңлеге булдырыу, баҫма мәғлүмәт саралары сифатын яҡшыртыу мәсьәләләре ҡарала.
👍3🔥21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Штеровка ауылында Совет яугирҙарына арналған мемориал реставрациялана

Донбасты һаҡлаусылар һәм азат итеүселәр иҫтәлегенә. Штеровка ауылында Совет яугирҙарына арналған мемориал реставрациялана. Президент гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған проект Башҡортостан өсөн дә әһәмиәтле. Сөнки был урын Бөйөк Ватан һуғышының өнһөҙ шаһиты һәм унда күп кенә яугирҙарыбыҙ башын һалған. Рәсәй көнө алдынан ватан һаҡсыларының туғандаш ҡәберлегендә тантаналы сара үтте.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яңы үҙәк халыҡҡа сифатлы ярҙам вәғәҙә итә

Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлеү осраҡтары илдә беренсе урында. Шуға ла хирургия корпусы асылыуы мөһим ваҡиға. Пациенттарҙың күптәре юғары технологиялы операцияларға мохтаж. Кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы тап ошондай мөмкинлектәр аса.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың Милли музейында Салауат Юлаев һәйкәле тарихына арналған күргәҙмә асылды

Башҡортостандың Милли музейында Салауат Юлаев һәйкәле тарихына арналған күргәҙмә асылды. Идеянан алып герой образын бөйөк монументта һынландырыуға тиклем - экспозицияла скульптор, Төньяҡ Осетия һәм БАССР-ҙың халыҡ рәссамы Сосланбәк Тавасиевтың ижади эҙләнеүҙәре тураһында мәғлүмәт килтерелә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда еләк миҙгеле асылды

Башҡортостанда еләк миҙгеле асылды. Уҙған йылдарҙан айырмалы емеш аҙна-ун көнгә иртәрәк өлгөргән. Шишмә районындағы питомник та мул уңыш менән һөйөндөрә. 32 гектар майҙанда үҫкән еләкте теләгән һәр кем килеп йыя ала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Путин Башҡортостан халҡын Рәсәй көнө менән тәбрикләне

Бөгөн ил өсөн иң мөһим дәүләт байрамы - Рәсәй көнө билдәләнә. Тап 1990 йылдың 12 июнендә РСФСР-ҙың дәүләт суверенитеты тураһында декларацияһы ҡабул ителә. Шулай уҡ республика халҡы Салауат Юлаевтың 271 йыллығын да ҡаршылай, Өфөлә ҡала көнө үтә. Байрамдарҙы билдәләү буйынса бай программа төҙөлгән.
Рәсәй Президенты Владимир Путин, Хөкүмәт Рәйесе Михаил Мишустин һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Башҡортостан халҡын Рәсәй көнө менән тәбрикләне. Ил башлығы төбәк етәксеһе исеменә ҡотлау хаты ебәргән.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Рәсәй көнө һәм Салауат Юлаевты иҫкә алыу саралары үтте

Өфөлә Рәсәй, баш ҡала көнө һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына арналған байрам тантаналары үтте. Саралар Шәйехзада Бабичтың һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды.
Башҡорт шағиры, йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл 2019 йылдың июнендә асылды, монументтың бейеклеге 6 метр. Уның авторы скульптор, Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Андрей Ковальчук. Рәсми делегация артабан милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәленә лә сәскә һалды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй көнө уңайынан Радий Хәбиров бер төркөм үҫмерҙәргә паспорт тапшырҙы

Рәсәй көнө уңайынан Радий Хәбиров бер төркөм үҫмерҙәргә паспорт тапшырҙы. Гражданиндың төп документын уҡыу алдынғылары, спорт һәм башҡа йүнәлештәрҙә уңышҡа өлгәшкән йәштәр алды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Минск ҡалаһы башҡарма комитеты рәйесе Владимир Кухарев менән эшлекле осрашыу уҙғарҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Минск ҡалаһы башҡарма комитеты рәйесе Владимир Кухарев менән эшлекле осрашыу уҙғарҙы. Яҡтар халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм берҙәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында фекер алышты.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районында рәсми рәүештә «Алтын ҡаҙаҡтар» асылды

Донъя кимәлендәге тарихи ваҡиға. Ғафури районында рәсми рәүештә «Алтын ҡаҙаҡтар» асылды. Һүҙ халыҡ-ара эталон булған Көгөш һәм Алыҫ Төлкәҫ геологик киҫелештәре тураһында бара, уларҙың барлыҡҡа килеүе яҡынса 300 миллион йыл менән иҫәпләнә һәм палеозой эраһына барып тоташа. Тантаналы сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Ҡытайҙан, Мысырҙан, Ирандан, Ҡаҙағстандан һәм Рәсәй төбәктәренән килгән күренекле ғалимдар ҡатнашты.
👍1