БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.98K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Миәкә районының Нарыҫтау ауылы халҡы һыуһыҙ интегә

Миәкә районының Нарыҫтау ауылында өс аҙна инде һыу юҡ. Үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү системаһы ҡаҡшау сәбәпле, 300-ҙән ашыу кеше һыуһыҙ интегә. Нарыҫтау ауылы өсөн был проблема яңы түгел.
😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Айыҡ ауыл конкурсында Байраҡатүбә ауылы призлы урын яуланы

Туймазы районының Байраҡатүбә ауылы быйылғы Айыҡ ауыл республика конкурсында Бәләкәй ауылдар номинацияһында 3-сө урын яулап, 1,5 миллионлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды. Аҡсаны улар ауыл мәнфәғәтенә тотонорға теләй.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ ҡалаһының «Сулпылар» бейеү студияһы йомғаҡлау концертын үткәрҙе

Сәхнәлә йәш һәләттәр. Баймаҡ ҡалаһының балалар ижады үҙәге янында эшләп килгән «Сулпылар» бейеү студияһы йомғаҡлау концертын үткәрҙе. Балаларҙың уңыштары хаҡында киләһе сюжетта.
👍3
Республика волонтерҙары “Доброволец России” тигән билдәгә дәғүә итә ала

Конкурсҡа заявкалар ҡабул ителә башланы. Ирекмәнлек эшмәкәрлеге өсөн тәғәйенләнгән билдә быйыл тәүге тапҡыр тапшырыла. ““Доброволец России” наградаһы – үҙен башҡаларға арнаған кешеләргә ихтирам һәм һөйөү символы. Дәғүә итеүселәргә уңыштар теләйем. Мохтаждарға ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм”, - тине вице-премьер Дмитрий Чернышенко. 2025 йылдан волонтерҙар эшмәкәрлеген киңәйтеү “Йәштәр һәм балалар” милли проектының төп йүнәлештәренең береһе һанала. Программаны тормошҡа ашырыу барышында 2030 йылға тиклем йәштәрҙең 45 процентын волонтерҙар хәрәкәтенә йәлеп итеү ҡарала. Рәсәй билдәһенә ҡан һәм плазма донорҙары ла дәғүә итә ала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ уҡыусыларын кабинетында ҡабул итте

Мәктәп уҡыусыларының хыялы тормошҡа ашты. Стәрлетамаҡ лицей-интернат егеттәре Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың кабинетында экскурсияла булды. «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында экскурсия тәҡдиме менән мөрәжәғәт иткән уҡыусылар төбәк башлығының эш шарттары менән танышты, етди аралашты. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Суджа ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡан яугирҙарға Башҡортостандың дәүләт наградалары тапшырылды

Суджа ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡан яугирҙарға Башҡортостандың дәүләт наградалары тапшырылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр августа неонацистар
Курск өлкәһенең көньяҡ-көнбайыш райондарына һөжүм башлай. Ҡаты алыштар ете айға һуҙыла. Оборона министрлығы быйыл мартта Суджаның дошмандарҙан тулыһынса таҙартылыуы тураһында хәбәр итте.
3👍1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында тимер юл фажиғәһе ҡорбандарын иҫкә алдылар

Оло Тәләк фажиғәһенә 36 йыл. Бөгөн Иглин районында 1989 йылдың 4 июнендә теркәлгән ҡурҡыныс тимер юл фажиғәһе ҡорбандарын иҫкә алдылар.
Матәм сараһында авария эҙемтәләрен бөтөрөүселәр һәм һәләк булҡғандарҙың яҡындары, Иглин районы һәм Силәбе өлкәһенең Аша ҡалаһы хакимиәттәре вәкилдәре ҡатнашты.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Милли рух байрамы яҡынлаша: «Урал батыр» эпосы көнөнә әҙерлек башланды

«Урал батыр» эпосы көнөнә әҙерлек, боронғо эпик ҡомартҡыны танытыу, популярлаштырыу темаһы бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышында тикшерелде. Башҡортостан Яҙыусылар союзының яңыртылған бинаһында ойошторолған осрашыуҙа ғалимдар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазы ҡалаһынан Хәбировтар ғаиләһендә өс игеҙәк бала тыуған

Туймазы ҡалаһынан Хәбировтар ғаиләһендә өс игеҙәк бала тыуған. Сабыйҙар Республика перинаталь үҙәгендә донъяға килгән. Бөгөн бәхетле пар үҙәктән тантаналы шарттарҙа сығып Туймазы ҡалаһына ҡайтты.
👍1
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүәселәрҙән ғаризалар ҡабул ителә

Республика Башлығы янындағы комиссия әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә конкурс иғлан итте. Ғаризаларҙы 1 авгусҡа тиклем тапшырырға мөмкин. Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл һайын 3 премия тапшырыла. Һәр береһенең суммаһы - 1 миллион һум.
👍1
Салауат районы Мөрсәлим ауылында янғын һүндереү-ҡотҡарыу бүлексәһе асылды

Вице-премьер Ирек Сәғитов хеҙмәткәрҙәрҙе ҡотланы, алдынғыларға наградалар тапшырҙы. Яңы бүлексә Салауат районында 8 ауыл өсөн яуаплы була. Бында 4 мең ярымдан ашыу кеше эшләй. Премьер-министр Андрей Назаров янғын һүндереү-ҡотҡарыу хеҙмәте үҫешен стратегик яҡтан мөһим йүнәлеш тип билдәләне.
👍1
Бөгөн эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара

Иртәгә мосолмандар Ҡорбан Ғәйетен билдәләй. Киләһе аҙнала өс эш көнө була. 12 июндән 15-енә тиклем ял ҡаралған. Өфөлә 20-нән ашыу мәсеттә Ғәйет намаҙы үтә. Баш ҡалала ике урында ҡорбан салыу майҙансығы булдырылған. Береһе “Ҡаруан” сауҙа үҙәге алдында, икенсеһе Төньяҡ автовокзал биләмәһендә урынлашҡан. Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, байрам уҙғарыуға бәйле Туҡай, Цюрупа, Зәйнулла Рәсүлев, Комаров урамдарын өлөшләтә ябыу ҡарала. Водителдәргә маршрутты алдан билдәләргә кәңәш ителә.
2
Быйыл Башҡортостанда ҡымыҙ конкурсы ойошторола

Әле уны уҙғарыу көнө аныҡланмаған, тип хәбәр итәләр Республика хөкүмәтенән. Конкурста йылҡысылыҡ, ҡымыҙ етештереүҙе үҫтереү, ҡымыҙҙы танытыу маҡсаттары билдәләнә. Ҡатнашыусылар тәжрибә уртаҡлаша. Еңеүселәр бер нисә номинацияла асыҡлана.
👍1
Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Дубайҙа Башҡортостан сәфәр йорттары асыла

Улар “Тера” тигән яңы проектты тормошҡа ашырыу барышында булдырыла. Республика етәксеһенең тормош иптәше Каринэ Хәбирова ошо турала белдерҙе. Уңышҡа ирешкән креатив индустрия вәкилдәре унда осрашыу уҙғара ала. Продукция презентацияһын ойошторорға мөмкин. Каринэ Хәбирова әйтеүенсә, Өфөнөң үҙәк өлөшөндә һәм баш ҡала аэропортында ла сәфәр йорттары асыу ҡарала. Проект эшҡыуар Анна Уварова менән берлектә тормошҡа ашырыла.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Әйҙә, уйнарға» Бөтә Рәсәй фестивале старт алды

Өфөнөң Совет майҙанында «Әйҙә, уйнарға» Бөтә Рәсәй фестивале старт алды. Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Фестиваль программаһына ярашлы, 4 көн дауамында сара майҙанында Рәсәй етештереүселәренең уйынсыҡтар күргәҙмәһе үтә, иң яҡшы балалар уйындары тәжрибәләре күрһәтелә, тематик конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре, викториналар ойошторола.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө «Бойондороҡһоҙ мониторинг» семинарын ҡабул итте

Күҙәтеүселәрҙе һайлауға әҙерләү. Был коммерция булмаған ойошмалар ассоциацияһының «Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы» төбәк-ара семинарында төп мәсьәлә булып тора.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Директор бейеүе — интернет хитына әүерелде: Әбйәлилдә һуңғы ҡыңғырау үҙенсәлекле үтте

Һуңғы ҡыңғырауҙа сығарылыш синыф уҡыусылары үтенесе буйынса бейергә төшкән директор менән видеояҙма киң популярлыҡ яулай.
Социаль селтәрҙәрҙә был күңелле һәм халыҡсан видеояҙма менән бүлешеүселәр артҡандан-арта. Мәғариф учреждениеһы етәксеһе сығарылыш синыф уҡыусылары менән бер тулҡында һәм теләктәш булыуын күрһәткән һуңғы ҡыңғырау тантанаһы Әбйәлил районында Таһир Күсимов исемен йөрөткән гимназияла төшөрөлгән.
14👍8🥰6
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Миәкә районының «Хыял» балаларҙы һауыҡтырыу үҙәгендә тәүге смена асылды

240 урынға иҫәпләнгән лагерҙа тәүге сменала 193 уҡыусы ял итә. Сменаның темаһы герой ҡалаларға арналған. Уҡыусыларға һаулыҡтарын нығытыу, каникулды фәһемле уҙғарыу өсөн шарттар булдырылған. 50 йыл элек асылған лагерь өҙлөкһөҙ эшләп килә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ лагерҙары эш башланы

Күңелле каникул. Балаларҙың йәйге ялы файҙалы һәм мауыҡтырғыс үтһен өсөн Баймаҡ ҡалаһының 1-се һәм 5-се мәктәптәрендә көндөҙгө ял лагерҙары эшләй.Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазы китапханаһында Мәскәү авторҙары менән осрашыу үтте

Туймазы Үҙәк балалар-үҫмерҙәр моделле китапханаһында Мәскәүҙең Рус әҙәби үҙәге авторҙары менән осрашыу үтте. Үҙәк етәксеһе Никита Митрохин менән бер төркөм авторҙар Башҡортостанға «Китап-байрам» форумында ҡатнашыу өсөн килгәйне.
3
Бөгөн республикала “Хәүефһеҙ юл” тигән профилактик сара башланды

“Беҙҙең маҡсат аварияларҙы иҫкәртеү, иҫерек водителдәр һәм теркәлмәгән транспорт ҡатнашлығында юл ҡазаларын иҫкәртеү. Бәлиғ булмаған балаларҙың именлегенә ҙур иғтибар бирелә”, - тип белдерҙе баш автоинспектор Владимир Севастьянов. Сараның беренсе этабы 9 июнгә тиклем дауам итә. Икенсе өлөшө 11 июндән 16-һына тиклем ойошторола. Унда республика полицияһының шәхси составы ҡатнаша. Ҡала һәм райондарҙа акциялар уҙғарыла, водителдәр тикшерелә. “Ял көндәрендә күптәр тәбиғәткә сыға, ҡунаҡҡа йөрөй. Водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе иғтибарлы булырға саҡырабыҙ. Балалар машина салонында махсус креслола ултырырға тейеш”, - тине Владимир Севастьянов.
👍1