БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.13K photos
7.88K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Батырҙар тын ала: башҡорт батальоны яугирҙары оҙайлы алыштарҙан һуң тылда

Биш ай хәрби бәрелештәр һыҙығында булғандан һуң ниһәйәт ротацияға. Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге беренсе ирекле башҡорт батальоны штурмлаусылары оҙайлы заданиенан һуң ялға сыҡты. Яҡташтарыбыҙ оборона министрлығының башҡа подразделениелары менән берлектә нацистарҙы тар-мар итә. Яугирҙарҙы подразделениеның тыл районында БЮТ хәрби хәбәрселәре лә ҡаршы алды.
3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны бер-нисә айҙан бер быуатлыҡ юбилейын билдәләргә әҙерләнә

Бикәй ауылынан фронтовик Солтан Хәйҙәровҡа 1 июндә 100 йәш туласаҡ. Уның хәрби яҙмышы аяныслы: йәшләй генә фронтҡа китә, немецтарға әсирлеккә эләгә, һәләк булған тип таныла. Әммә ветеранға тыуған еренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыу насип була. Солтан Хәйҙәровтың һуғыш йылдарындағы хәтирәләре хаҡында киләһе яҙмала .
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районының Авдон ауылындағы участка дауаханаһына яңы медицина ҡорамалдары алынған

Заманса йыһазландырыу «Сәләмәтлек» милли проектының беренсел медицина звеноһын модернизациялау программаһы буйынса алып барыла. Авдондар әйтеүенсә, участка дауаханаһындағы шарттарға хәҙер ҡала халҡы ла көнләшерлек. Медицина учреждениеһы Өфөнөң Дим районы ҡала клиник дауаханаһына беркетелгән һәм 14 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә.
👍2🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң «Сосны» торлаҡ комлексына сысҡандар оялаған

Урында йәшәүселәр ялыуҙар менән яуаплы ведомстволарға мөрәжәғәт иткән. Хәл буйынса тикшереүҙәр ойошторолған, Роспотребнадзор идаралығы район хакимиәтенә кимереүселәрҙе юҡ итеү буйынса саралар ойоштороу тураһында күрһәтмә сығарған. Бөгөн урындағы хәлде тикшерер өсөн республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре лә рейдҡа сыҡты. Килеп тыуған: хәл сәбәптәрен БЮТ ижади төркөмө асыҡланы.
😁1
Башҡортостан йылғаларында шартлатыуҙар була

Яҙғы ташҡын алдынан боҙ тығылыу хәүефе булған урындарҙа шундай эш ҡаралған. -Бөгөн ташҡын буйынса аныҡ фараз юҡ. Әммә төрлө хәлдәргә әҙер булырға тейешбеҙ, - тип яҙа социаль селтәрҙә премьер-министр Андрей Назаров. - Мониторинг өсөн барыһы ла әҙер. Пилотһыҙ авиация, кәмәләр бар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы боҙ тығылыу хәүефе булған 61 урынды билдәләне, бында шартлатыу эштәре буласаҡ, тине Андрей Назаров.
👍2
Башҡортостанда йәш ауыл хужалығы белгестәренә дәүләт ярҙамы күрһәтелә

Ауыл хужалығы министрлығында конкурс һөҙөмтәләре барланды. 70 белгес һайлап алынды. Уларға 750-шәр мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелә. - Бөгөн ауыл хужалығында кадрҙарға ҡытлыҡ ҙур. Яҡшы белгестәр талап ителә, тине Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хеҙмәттәшебеҙ Ләйсән Мәзитованың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ

«Тамыр» каналы алып барыусыһы, блогер Ләйсән Мәзитованың әсәһе Ләлә Сөләймәнова вафат булған.
Ләйсәндең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, түҙемлек теләйбеҙ...
😢8
Табиптар ситтән тороп уҡытылмай

Думала табиптар һәм фармацевтарға белем биреү буйынса закон проекты әҙерләнгән. Ул 25 февралдә икенсе уҡыуға сығарыла. Уға ярашлы, бындай белгестәр мотлаҡ махсус уҡыу йорттарында ғына әҙерләнә, квалификацияһын яҡшырта ала. Электрон форматта, ситтән тороп уҡытыу тыйыла. Әле Рәсәйҙә 127 медицина ВУЗы бар. Уларҙың 49 -ы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы контролендә.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ике аҙналыҡ ялдан һуң йәнә хәрби позицияға

Бөгөн мобилизацияланған ир-егеттәрҙең бер төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Ватан һаҡсыларын ата-әсәләре, ҡатындары, балалары, дуҫтары һәм коллегалары оҙатты. Һалдаттар үҙҙәре менән хеҙмәттәштәренә күстәнәс һәм тәү кәрәк-яраҡтар алған. Үҙ подразделениеларына улар уңайлы автобустарҙа бара. Хәрбиҙәр отпускты күберәк ғаиләләренә бүлергә тырышҡан. Араларында кәләш алыусы ла бар. «Ромби» ҡушматлы яугир өйләнеп, юлға яңы көс менән сыға.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡорт» ҡушаматлы яугир үҙе уҡыған мәктәпкә барып, уҡыусылар менән осрашты

Хәрби формала тигеҙ сафта Ҡыҙыл майҙандан үтеү. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «Башҡорт» ҡушаматлы яугир бала саҡ хыялын тормошҡа ашырған. 25 йәшлек Мөҙәрис Аҫылбаев Архангел районының Тәүәкәс ауылы егете. Махсус хәрби операция башланған саҡта контракт буйынса Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итеп йөрөгән һалдат шунда уҡ алғы һыҙыҡҡа юлланыу теләген белдерә. Тәүге көндәрҙә үк күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн ике тапҡыр «Батырлыҡ ордены» менән бүләкләнә. Әле тыуған яғына ялға ҡайтҡан яугир үҙе уҡыған мәктәпкә барып, уҡыусылар менән осрашты.
👍51👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Дим районы ҡала клиник дауаханаһында яңы реанимация бүлеге асылды

Дим районының ҡала клиник дауаханаһы Өфөнөң иң ҙур медицина учреждениеларының береһе. Ул 100 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Икенсенән, дауаханаға Ҡырмыҫҡалы менән Бүздәк арауығындағы автомобиль трассаһы ҡарай, йәғни, юл фажиғәләрендә зыян күреүселәр бында килтерелә. Күп осраҡта ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү талап ителә. Әлегә тиклем реанимация дауахананың 5-се ҡатында урынлашҡан булған.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Спорт менән шөғөлләнә башлар өсөн бер ҡасан да һуң түгел

Ошо көндәрҙә 59 йәшен тултырасаҡ Рауил Булатов өс йыл элек бокс түңәрәгенә йөрөй башлай. Спортҡа һөйөүҙе бала саҡта уҡ атайым тәрбиәләне, ти ул. Ңҙен бокс, саңғы шыуыу кеүек төрлө өлкәләрҙә һынап ҡарай. Артабан, уҡыу, эшкә урынлашыу, карьера төҙөү.
👍2
Сибайҙа Эшҡыуарлыҡ йорто төҙөлә

Бында эштәр барышы менән премьер-министр Андрей Назаров танышты. "Киләсәк фабрикаһы" тигән проект бәләкәй һәм урта бизнес үҫеше идеяларын ғәмәлгә ашырырға булышлыҡ итә. - Эшҡыуарлыҡ йорто Урал аръяғы бизнес даирәһе вәкилдәрен туплау урыны булырға тейеш. Бында һалымдар, бизнес план билдәләү, хоҡуҡи ярҙам, квалификация һәм белем биреү мәсьәләләре буйынса консультация бирелә. Проект, тәҡдимдәр менән килеүселәргә тейешле ярҙам күрһәтелә, тине Андрей Назаров. Премьер-министр төҙөлөш эштәрен тиҙәйтергә ҡушты.
Әсәлек капиталы программаһы 2030 йылға тиклем оҙайтылды

Дәүләт Думаһы ошо турала закон ҡабул итте. Быйыл февралдән тәүге бала өсөн 690 мең һум бирелә. Икенсе бала тыуһа, тағы 221 мең һум ҡаралған. Әсәлек капиталы программаһы 2007 йылдан ғәмәлгә ашырыла.
БСТ | Яңылыҡтар
💥Балтас районынан МХО яугиры һөйгәне менән никах уҡытты Алғы һыҙыҡтан «Танып» позывнойлы яугир һөйгәне менән сәстәрен сәскә бәйләгән. Тулҡынландырғыс ваҡиға - йәштәрҙең никахы Иҫке Балтас ауылы мәсетендә үткән.
МХО яугирының ғаиләһендә ҡыуаныслы ваҡиға

«Весна» позывнойлы МХО яугиры күптән түгел ялға ҡайтҡан һәм бала табыу йортонан ҡатынын һәм сабыйын ҡаршы алған. Ғаиләлә бер малай тәрбиәләнә, уның янына ҡыҙ бала алып ҡайтҡан йәш ата-әсә.

Йәштәргә именлек, оло бәхет, ғаилә башлығының яуҙан имен-һау йөрөп ҡайтыуын теләйбеҙ!
👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларына яҙылыу буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә инә

Был хаҡта Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министры Мәҡсүт Шадаев президент кәңәшмәһендә хәбәр итте. Ул билдәләүенсә, ваҡытлы матбуғат баҫмаларын күберәк Мәскәү, Краснодар, Башҡортостан һәм Татарстан яҙҙыра.
👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Урал төҙөлөш индустрияһы форум-күргәҙмәһе асылды

ВДНХ-Экспо майҙанында ойошторолған күләмле экспозицияла Рәсәйҙәге 80 ойошма үҙ стендын тәҡдим итте. Өс көн дауам итәсәк форумда эшлекле программа, тәжрибә майҙансыҡтары, оҫталыҡ дәрестәре эшләйәсәк.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һуңғы аҙнала Башҡортостанда миҙгел респиратор инфекциялар менән сирләүселәр артҡан

Һуңғы аҙнала Башҡортостанда миҙгел респиратор инфекциялар менән сирләүселәр 10,7 процентҡа артҡан. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, ауырыуҙар 26 меңдән ашҡан, уларҙың яртыһы 14 йәшкә тиклем балалар.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала янғын хәүефһеҙлеге миҙгеленә әҙерлек башланды

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, ул 18 апрелдән 25 октябргә тиклем дауам итә. Быйыл республикала урман янғындарын иҫкәртеү маҡсатында йәнә ун видеокүҙәтеү комплексы ҡуйылыр тип көтөлә. Ҡоролма төтөн сығанағын асыҡлаған осраҡта операторға сигнал ебәрә. Былтыр тап ошо комплекстар ярҙамында күп биләмәләр янғын таралмаҫ элек һүндерелгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы халҡы ҡаһарман яугирҙарға тылдан ярҙам ҡулы һуҙа

Берҙәмлектә көс. Хәйбулла районы халҡы ҡаһарман яугирҙарға тылдан ярҙам ҡулы һуҙа. Махсус хәрби операция биләмәһенә ебәреләсәк сираттағы гуманитар ярҙам һәр ауылдан йомарт һәм ихлас кешеләр тырышлығы менән тупланған. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
3🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә 144-се гуманитар ылау юлға сыҡты

Йөк составында автомобилдәр, бронялы йөк машиналары, тракторҙар, башҡа төр техника, мобиль мунса, төҙөлөш кәрәк-яраҡтары, шәхси гигиена саралары, аҙыҡ-түлек, медикаменттар тейәлгән. Туғандарынан посылкалар ҙа бар. Ярҙам мобилизацияланыусылар, «Башҡортостан» полкы һәм исемле батальон яугирҙары өсөн тәғәйенләнгән.
3