Өфө Раштыуаны ҡаршылай
Православ христиандарҙың байрамы уңайынан саралар бөгөндән 7 ғинуарға ҡарай төндә 19 ҡорамда ойошторола, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән. Башҡортостан телевидениеһында байрамдан трансляция була. Раштыуаға бәйле Өфөлә машиналар йөрөшө сикләнә. Бөгөн киске етенән Маяковский, Бехтерев, Бикбай, Гагарин, Киров, Амур урамдарының бер өлөшө ябыла.

👍2
Башҡортостанда мобиль элемтә сифаты яҡшыра
Быйыл үҙебеҙҙә етештерелгән 15 станция һынау рәүешендә эш башлай, тип хәбәр итәләр Республика хөкүмәтенән. Һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин белдереүенсә, Рәсәйҙә етештерелгән ҡоролмаларҙы ҡулланыу элемтә һәм интернет сифатын яҡшыртырға тейеш. Яңы ҡоролмалар төрлө климат шарттарында һынала.

👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Төбәктә йәшәүселәр байрамдарҙы күңелле һәм файҙалы итеп үткәрһен өсөн тейешле шарттар булдырыла
Быйыл да ҡышҡы каникул осоронда 5-се тапҡыр Ғаилә уйындары ойошторола. Унда бөтә республиканан 45 меңдән ашыу ғаилә ҡатнаша. Төбәк башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, барыһы ла мәктәп этабынан башлана. Артабан муниципаль этап - быйыл ул 3 ғинуарҙа старт алды һәм 11-нә тиклем дауам итәсәк. Ә 31 ғинуарҙа Өфөнөң «Динамо» стадионында үтәсәк финал уйындарына муниципалитет еңеүселәре йыйыла. Бөтә ҡатнашыусыларға ла уңыштар! Әммә бында еңелеүселәр юҡ һәм булырға ла мөмкин түгел. Сөнки иң яҡшыһы - ғаиләләребеҙ менән үткәргән ваҡыт, тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Төбәктә бер төркөм яугирҙар ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды
Уларҙы оҙатыу сараһы «Өфө-Арена» комплексы алдындағы майҙанда үтте. Ике аҙнаға иҫәпләнгән отпускты хәрбиҙәр ғаиләһе, туғандары эргәһендә уҙғарған, көнкүреш мәсьәләләрен хәл иткән. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Уларҙы оҙатыу сараһы «Өфө-Арена» комплексы алдындағы майҙанда үтте. Ике аҙнаға иҫәпләнгән отпускты хәрбиҙәр ғаиләһе, туғандары эргәһендә уҙғарған, көнкүреш мәсьәләләрен хәл иткән. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ ҡалаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн реабилитация үҙәге ойошторолған
Хәйриә фонды ҡарамағындағы үҙәк алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан яугирҙарға аяҡҡа баҫырға ярҙам итә. Стәрлетамаҡтағы хәйриә фонды 2013 йылда, физик мөмкинлеге сикләнгән балаларға ярҙам итеү маҡсатында асыла. Белгестәр ауыр сиргә дусар булған кескәйҙәргә юридик, психологик, медик ярҙам күрһәтә.

👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районы Ҡарамалы ауылында заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды
Учреждение өр-яңы медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Ошондай уҡ уңайлыҡтар Ишембай районы Сәлих ауылында да барлыҡҡа килде. Йәмғеһе республикала быйыл 111 фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан пенсионерҙары сит илдәрҙе күрә
Былтыр «Башҡорт оҙон ғүмерлеге» проекты географияһын киңәйтте, программала ҡатнашыусы 150 кеше Үзбәкстанға сәйәхәт ҡылды. Уларҙың береһе Өфөлә йәшәүсе Гүзәл Ғәлимова. Ханым быға тиклем республика буйлап ойошторолған экскурсия турҙарында ҡатнаша, Белоруссияға барып ҡайта.
Былтыр «Башҡорт оҙон ғүмерлеге» проекты географияһын киңәйтте, программала ҡатнашыусы 150 кеше Үзбәкстанға сәйәхәт ҡылды. Уларҙың береһе Өфөлә йәшәүсе Гүзәл Ғәлимова. Ханым быға тиклем республика буйлап ойошторолған экскурсия турҙарында ҡатнаша, Белоруссияға барып ҡайта.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районы Зубов ауылы мәктәбе биләмәһендә хоккей майҙансығы асылды
Спорт объекты урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса төҙөлгән. Уны сафҡа индереүҙә мәғариф учреждениеһы коллективы ла, ауылда йәшәүселәр ҙә, эшҡыуарҙар ҙа дәррәү ҡатнашҡан. Хоккей майҙансығын асыу тантанаһы ла байрамса, күмәк халыҡ ҡатнашлығында үтте.

Республика Башлығы Радий Хәбиров православ христиандарҙы Раштыуа менән ҡотланы
- Башҡортостанда төрлө конфессия вәкилдәре йәшәй. Һәр беребеҙ, динебеҙгә ҡарамай, яҡшыға өмөтләнебеҙ, яҡындарыбыҙ сәләмәтлеге һәм именлеге өсөн, ҙур, берҙәм Рәсәй, бөгөн уны һаҡлаусылар өсөн доға ҡылабыҙ. Раштыуа - ғаилә байрамы, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

Башҡортостанда көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса оператив штаб эшләй
Яңы йыл байрамдарында эш тәртибе билдәләнгән. Ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә сүп-сар көн һайын сығарыла. Башҡа ауылдарҙа махсус машина өс көнгә бер тапҡыр килә. - Ҡалдыҡтарҙы сығарыуға һауа шарттары ла ҡамасаулауы мөмкин, юлдар, контейнер урынлашҡан биләмәләр ваҡытында таҙартылырға тейеш, тип хәбәр итәләр Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.

👍3
"Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" проектында 21 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан
Уларҙың күбеһе Башҡортостан буйлап бер көнлөк сәфәрҙә булған. 1 мең 333 турист Беларусь республикаһына барған. 150 кеше Үзбәкстанға сәфәр ҡылған. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, проект өлкән йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнә. Программала 18 туристик оператор ҡатнашҡан.
Уларҙың күбеһе Башҡортостан буйлап бер көнлөк сәфәрҙә булған. 1 мең 333 турист Беларусь республикаһына барған. 150 кеше Үзбәкстанға сәфәр ҡылған. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, проект өлкән йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнә. Программала 18 туристик оператор ҡатнашҡан.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Христиан динен тотоусылар Раштыуа байрамын билдәләй
Уҙған төндә бөтә донъя христиандары төп дини байрамдарының береһен сиркәүҙәр һәм ҡорамдарҙа үткәрҙе. Башҡортостанда ғибәҙәт ҡылыуҙар 131 дини учреждениела уҙҙы, уларҙың 19-ы - Өфөлә. Баш ҡалала төп байрам сараһы Богородица Раштыуаһы соборында уҙғарылды.
Уҙған төндә бөтә донъя христиандары төп дини байрамдарының береһен сиркәүҙәр һәм ҡорамдарҙа үткәрҙе. Башҡортостанда ғибәҙәт ҡылыуҙар 131 дини учреждениела уҙҙы, уларҙың 19-ы - Өфөлә. Баш ҡалала төп байрам сараһы Богородица Раштыуаһы соборында уҙғарылды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәр өсөн түләү күләме 300 мең һумға арттырылды
Бынан ары ул 700 мең һум тәшкил итәсәк. Әлегә был муниципалитеттар араһында буласаҡ контрактниктар өсөн иң ҙур түләү. Яңылыҡты баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
Бынан ары ул 700 мең һум тәшкил итәсәк. Әлегә был муниципалитеттар араһында буласаҡ контрактниктар өсөн иң ҙур түләү. Яңылыҡты баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Асҡын оҫтаһы йәшмәнән үҙенсәлекле картиналар етештерә
Сағыу композицияларҙы ул Флоренция мозаикаһы техникаһы буйынса йыя. Таштан картиналар яһауға ул башҡаларҙы ла өйрәтә. Һөнәрсе оҫтаханаһында БЮТ ижади төркөмө булды.
Сағыу композицияларҙы ул Флоренция мозаикаһы техникаһы буйынса йыя. Таштан картиналар яһауға ул башҡаларҙы ла өйрәтә. Һөнәрсе оҫтаханаһында БЮТ ижади төркөмө булды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Яҡутов исемендәге паркында йөҙгә яҡын моржды берләштергән сара үтте
Ҡышҡы йөҙөүҙе үҙ итеүселәр - «Раштыуа эстафетаһы»нда. Өфөнөң Яҡутов исемендәге паркында йөҙгә яҡын моржды берләштергән сара үтте. Быға тиклем биләмәлә мәке генә уйылып сумып ҡына сығырлыҡ урын булһа, яңы миҙгелдән 25 метр оҙонлоҡтағы бассейнда йөҙөү өсөн уңайлы шарттар булдырылды.

👍2❤1
Башҡортостан халҡы экологияны яҡшы белә
Башҡортостан Бөтә Рәсәй экология диктантында ҡатнашыусылар һаны буйынса алдынғы төбәк тип танылды. Уҙған йылда был акцияла беҙҙең республиканан 350 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, тип хәбәр итәләр хөкүмәттән. Ҡыҙыл китап, ҡурсаулыҡтар һәм экологик туризм темалары һайланды. Бөтә Рәсәй экология диктанты "Экология" милли проектында ярашлы уҙғарылып килә.

Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальон яугирҙары махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды
Йәнә яуҙаштар янына. Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальон яугирҙары ҡыҫҡа отпускынан һуң, махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Ял ваҡытында һалдаттар туғандары менән Яңы йыл ҡаршылаған, көндәлек мәсьәләләрен хәл иткән, кемдер никах уҡытып та өлгөргән.

👍2👎1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға фатир асҡыстары
Благовещенда төҙөлгән йорттан уларға йәмғеһе 8 торлаҡ бүленде. Фатирҙарҙа ремонт эшләнгән, һыу, ут, газ үткәрелгән. Бер бүлмәле фатир хужалары араһында Виталий Иванушкин да бар. Егет 2018 йылдан сиратта тороп, ниһайәт, торлаҡлы булды.
Благовещенда төҙөлгән йорттан уларға йәмғеһе 8 торлаҡ бүленде. Фатирҙарҙа ремонт эшләнгән, һыу, ут, газ үткәрелгән. Бер бүлмәле фатир хужалары араһында Виталий Иванушкин да бар. Егет 2018 йылдан сиратта тороп, ниһайәт, торлаҡлы булды.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләкән ҡалаһы һәм Бүздәк ауылында яңы «башҡорт ихаталары» үҫеп сыҡты
Был үтенес менән урындағы халыҡ Башҡортостан башлығына 2023 йылғы «Тура бәйләнеш» ваҡытында мөрәжәғәт иткән булған. Йыл да үтмәй, халыҡ башланғысы дәүләт ярҙамында тормошҡа ашырыла.