БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.85K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғаилә тарихын сағылдырған ғибәҙәтхана

Ауырғазы районы Таштамаҡ ауылындағы сиркәү үҙенсәлекле тарих һаҡлауы менән билдәле. Ул 2007 йылда сафҡа инә. Мейес яғып йылытылған бина янғындан һуң, яңынан тергеҙелгән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Мостай Кәримдең яңы китабының исем туйы үтте

«Инеш» нәшриәтендә сыҡҡан әҫәрҙәр менән уҡыусыларҙы яҙыусының ҡыҙы Әлфиә Кәримова таныштырҙы. «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» һәм «Әлфиә хикәйәләре»н үҙ эсенә алған китап бөйөк әҙиптең 105 йыллығына башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күргән. Тәүге әҫәрҙе рәссам йылы һәм сағыу һүрәттәр менән Петр Любаев, ә «Әлфиә хикәйәләре»н Артур Василов биҙәгән.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт спортсылары Бишкәктә үткән планетар старттарҙан еңеү менән ҡайтты

Мас-рестлинг буйынса донъя беренселегенән тулы комплект миҙалдар менән. Башҡорт спортсылары Бишкәктә үткән планетар старттарҙан еңеү менән ҡайтты. Был турнирҙа донъяның 22 иленән 211 спортсы ҡатнашҡан.
👏3
Башҡортостан трассаһында юғары тиҙлекле интернет барлыҡҡа килде

Өфө-Белорет трассаһының Архангел-Инйәр участкаһында мобиль элемтә булдырылды. Шулай уҡ Күлтабан, Терекле, Ҡурғаш, Уҫаҡлы, Ҡолмас ҡасабаларында бәйләнеш яҡшырҙы. Быйыл Белорет трассаһында 13 саҡрым юл ремонтланған. Уҙған йылда 26 саҡрым тәртипкә килтерелгән.
👍3
Башҡортостанда ремонттан һуң 4 километрлыҡ юл асылды

Саҡмағош районында Ташҡалмаш ауылына илткән юл төҙөкләндерелде. Был турала район хакимиәте башлығы Реканс Ямалиев хәбәр итә. - Юл яҡтыртылды, билдәләр ҡуйылды, күпер тәртипкә килтерелде. Ауыл үҫешә, тип яҙа ул социаль селтәрҙә.
👍2
Республика “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла

Яңы йыл теләктәре 20 декабргә тиклем ҡабул ителә. Акцияла 3 йәштән 17 йәштәге һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ғаиләләрҙең балалары ҡатнаша ала. Быйыл “Теләктәр шыршыһы” 28 февралгә тиклем дауам итә.
👍3
Мутлашыусылар студенттарҙы алдай башлаған

ТАСС хәбәр итеүенсә, билдәһеҙ кешеләр деканат исеменән шылтыратып дәүләт хеҙмәттәре порталы аша Заманса һанлы мәғариф киңлегендә теркәлергә ҡуша. WhatsApp аша шылтыратҡан ваҡытта шәхси мәғлүмәттәрҙе күсереп алалар. Бер студентты ошолай алдап уның исеменә 120 мең һумлыҡ кредит алыуҙары тураһында мәғлүмәт бар.
😁2
Республикала лифттарҙы алмаштырыу буйынса йыллыҡ план үтәлгән

177 йортта 428 лифт яңыртылған. Капиталь ремонт фондынан ошо турала белдерәләр. “Иҫке лифттарҙа авария булыуы ихтимал. Заманса ҡоролмалар яңы технологиялар менән тәьмин ителгән. Улар ҡулланыуҙа уңайлы һәм ышаныслы”, - ти белгестәр. Киләһе йылда 231 торлаҡ йортта 620 лифтты алмаштырыу ҡарала.
👍2
Халыҡты финанс пирамидаларға йәлеп иткәндәргә административ штраф һалына

Дәүләт Думаһы тейешле закон ҡабул итте. Финанс пирамидаларын ойошторған һәм уларҙың эшмәкәрлеге өсөн ҡануниәттә енәйәт яуаплылығы ҡаралған, әммә мутлашыусылар башҡа схемаларҙы файҙалана башлаған. Яңы ҡанун менән граждандарға 50 мең, вазифа биләгәндәр һәм эшҡыуарҙарға 100 мең, ойошмаларға 1 миллион һумға тиклем штраф индерелә.
👍3
БСТ | Яңылыҡтар
Вчера, в 19.38 по Уфимскому времени Магадеева Алина, 2009 г.р. вышла из дома на Степана Злобина и должна была доехать на общественном транспорте до БРГИ им. Р.Гарипова, но не доехала. Девочка спокойная, домашняя.Такое происходит в первый раз. Приметы:…
Өфөлә юғалған ҡыҙҙы эҙләү фажиғә менән тамамланды

15 декабрҙә Р.Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатына әйләнеп ҡайтмаған уҡыусының маршрутын видеокүҙәтеү камералары аша ҡарағандар. Һуңғы тапҡыр уны «Мәктәп» туҡталышы тирәһендә күргәндәр.

«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡыусы үле килеш табылған», — тип хәбәр иткән «Башинформ» агентлығына үҙ сығанағы.

Хоҡуҡ һаҡлаусылар тикшереү алып бара.
😢13😱3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
19 декабрҙә Рәсәй Президентының ҙур матбуғат конференцияһы үтә

Дәүләт башлығы шулай халыҡ һорауҙарына яуап бирә. Тура трансляцияны федераль ҡарарға мөмкин. Владимир Путинға бер миллиондан ашыу һорау һәм мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Быйыл тәүге тапҡыр граждандарҙың һорауҙарын эшкәртеү өсөн өҫтәмә рәүештә яһалма интеллект йәлеп ителә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылда «Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары» программаһы 4 сәғәт 4 минут дауам итте. Был ваҡыт эсендә дәүләт башлығы 67 һорауға яуап бирҙе. Граждандарҙан бөтәһе 2 миллиондан ашыу һорау килде.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яңы йылға әҙерлек: боҙ һындар һәм шыуыу тауҙары төҙөлә

Хөкүмәтте формалаштырыу, Һаулыҡ һаҡлау советы, сүп-сар сығарыу, ҡар таҙартыу. Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған бөгөнгө оператив кәңәшмәлә мөһим бурыстар ҡуйылды, яҡшы яңылыҡтар иғлан ителде.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау өлкәһе финанслау 1,5 тапҡырға артты

Биш йыл эсендә Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау өлкәһен финанслау бер ярым тапҡырға тиерлек артып, 119 миллиард һумға еткән. Был турала Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса советтың беренсе ултырышында белдерҙе.
👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операция биләмәһендә эшләгән ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар отряды Башҡортостанға ҡайтты

Ҡыйыу йөрәкле гүзәл заттар Луганск госпиталендә 16 көн хеҙмәт итә. Ирекмәндәрҙе Совет майҙанында республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко ҡаршы алды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Беренсе тирмә» төбәк проектын ойоштороу тәҡдимен Башҡортостан башлығы ла хуплай. Ноябрь аҙағында алыҫ юлға сыҡҡан икенсе төркөм ирекмәндәре яу яланынан килтерелгән яралыларҙы йыуындырыу, ашатыу, төрлө медицина тикшереүҙәренә йөрөтөү, операция үткәргәндәрҙе тәрбиәләү, хатта сәс алыу кеүек бик күп эш башҡара.
👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районы халҡы махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ярҙам оҙатты

Ылауҙа күсмә мунсалар, квадрокоптерҙар, тепловизор, рация, бензобысҡы һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тупланған. Райондың ирекмәндәр ойошмаһы яҡташтарыбыҙ өсөн фронтҡа окоп шәмдәре, йылы кейем, күстәнәстәр әҙерләгән.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат Юлаев һәйкәле яҙмышы: «Мин ҡайтырмын» фильмы тамашасыға юллана

Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндерөү тарихы, уны реставрациалау ваҡытлымы, юҡмы? «Мин ҡайтырмын» документаль фильмы авторҙары ошо һорауҙарға асыҡлыҡ индереүҙе тәү маҡсат итеп ҡуя. Уны БСТ телеканалы «Самрау» фонды менән берлектә әҙерләй. Фильм Башҡортостан Башлығы грантына төшөрөлә.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт мәҙәниәтен йәштәр араһында таратыуҙың яңы юлы

Милли колоритлы өс үлсәмле наклейкалар. Ауырғазы районында башҡорт һүрәттәре, ҡанатлы һүҙҙәр һәм республика район-ҡалаларын менән тәүге 3d стикерҙар етештерелә башланы. Башҡортостанда йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар уларҙы теләп һатып ала.
2👍1
Республикала спорт ярыштары еңеүселәренә түләүҙәр арта

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ошо турала белдерҙе. Һүҙ Олимпия һәм Паралимпия уйындарында, башҡа ҙур ярыштарҙа ҡатнашыусылар һәм чемпион исемен алыусылар тураһында бара. Айлыҡ стипендияның минималь күләме 8, иң юғары суммаһы 38 мең һум була. Уны алыусыларҙың йәше лә кәмегән. Хәҙер айлыҡ түләүҙәр 13 йәштән бирелә башлай. Олимпия спортсыларын тәрбиәләгән тренерҙарға аҡсалата дәртләндереү ҡарала. 2023 йылдан башлап уларға дәүләт стипендияһы күсерелә. Бындай түләү беҙҙең республикала ғына индерелгән.
👍5😁1
Өфөлә зоопарк төҙөү өсөн участка бүленгән

Ул Урмансылар паркында урынлашҡан. Биләмә ғәмәлдәге вольер менән сиктәш була. Объектты 2027 йылда төҙөй башлау ҡарала. Тропик павильон өсөн шиншилла, таш баҡа һәм башҡа хайуандар алыу планлаштырыла. Күргәҙмә галереяһына үҙенсәлекле ҡоштар ебәрелә. Паркта шулай уҡ арыҫлан, дөйә һәм дөйәғоштар урынлаша.
👎2👍1
Өфөлә Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның китабы донъя күрҙе

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның «Уйлы заман» тигән китабы донъя күрҙе. Яҙыусының һигеҙенсе китабына һуңғы йылдарҙа ижад ителгән поэмалары, шиғырҙары, хикәйәләре тупланған.

Автор заман һулышын һиҙгер тоя, үҙенең әҫәрҙәрендә сағыу картиналар һәм тәрән уйланыуҙар аша тормош асылын, донъяға ҡарашын, уй-фекерҙәрен һәм хис-тойғоларын асып бирә. Шиғырҙар һәм поэмалар ихласлығы, үҙенсәлеге, фәлсәфәүи уйланыуҙары менән айырылып тора. Хикәйәләр мауыҡтырғыс, тормошсан сюжеттар, заманға ауаздашлығы менән хәтерҙә ҡала.
👏3👍1
Башҡортостан депутаты ришүәтселектә ғәйепләнеп ҡулға алынды

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Алексей Локотченко айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа аралашсы булыуҙа ғәйепләнә. 16 декабрҙә Өфөнөң Совет районы суды уны 2025 йылдың 30 ғинуарына тиклем һаҡ аҫтына алыу тураһында ҡарар сығарҙы.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев депутат Алексей Локотченконың ҡулға алыныуына аңлатма бирҙе:

«Законда суд ҡарары сығарылғансы депутат статусын алып ташлау ҡаралмаған. Вәкәләттәрҙе депутаттың үҙенең теләге менән туҡтатырға мөмкин. Әгәр Алексей Юрьевич ғариза яҙһа, депутаттар уны ҡараясаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәм, уҙған саҡырылыш депутаты Дмитрий Чувилин вәкәләт ваҡыты тамамланғансы тикшереү аҫтында булды», – тине Константин Толкачев.
👎1