БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.12K photos
7.8K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда дүрт яңы лаборатория төҙөү өсөн мегагранттар бүленәсәк

Был проектҡа конкурс һөҙөмтәләре буйынса донъя кимәлендәге белгестәр йәлеп ителә. Мәғариф тармағында яңы маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн өс йылға 300 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров тура бәйләнеш барышында белдерҙе. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
2030 йылға Башҡортостан сит илдәр менән бәйләнештәрҙе ике тапҡырға арттырырға ниәтләй

Башҡортостанда төрөк көнбағыштарын үҫтереү мөмкинлектәре Өфөлә үткән Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ҡаралды. Бөгөн форумдың һуңғы көнөндә республика Танзания вәкилдәре менән дә осрашты. Улар март айында беренсе бизнес-миссия менән килеүе көтөлә. Логистика, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек һәм креатив туризм кеүек тармаҡтар айырым секция ултырыштарында тикшерелде.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауырғазы районынан алты яугир һәләк булғандан һуң Батырлыҡ һәм Шайморатов ордендары менән билдәләнде

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ирек Сәғитов махсус хәрби операцияла һәләк булыусыларҙың ғаиләләренә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Улар араһында мотоуҡсылар полкында батальон командиры булып хеҙмәт иткән улдарын юғалтыусы Гөлшат менән Рәфил Ҡаһармановтар ҙа бар.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле 54 мең 512 тауыш йыйған

Был бөгөн киске сәғәт 6-ға алынған мәғлүмәт. Әммә Рәсәй банкы иғлан иткән конкурста еңеү яулау өсөн был ғына етмәй. Сөнки тиҙ йөрөшлө «Метеор» теплоходы яҡынса 5 меңгә күберәк тауыш йыйып беренсе урынды биләй. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Үҙәк банк сайтында яңыртылған мең һумлыҡ купюрала һүрәт һайлау буйынса тауыш биреү бара. Асыҡ конкурста Волга буйы федераль округының 25 мөһим объекты ҡатнаша. Улар араһында башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев һәйкәле лә бар.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәшәүсе Ғәйфә Шәрифуллина 100 йәшлек юбилейын ҡаршылай

Юбилярҙың йәшлеге Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. Ғәйфә Әхмәтғарип ҡыҙы тәүҙә колхозда, һуғыш тамамаланғас Өфө заводтарында, тимер юлында эшләй. Юбиляр менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.
👍32🔥2👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөләге 2-се Республика клиник дауаханаһы 75 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Байрам сараһы Башҡорт дәүләл академия Опера һәм балет театрында үтте. Медицина хеҙмәткәрҙәре коллективын Радий Хәбиров ҡотлап, бер төркөм табиптарға наградалар тапшырҙы.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйән районында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

«Тура бәйләнеш» аша республика башлығына мөрәжәғәт иткәндән һуң Бөрйән районында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Яңы Собханғол ауылы халҡы медицина объектын үҙҙәре һораған. Быны улар бинаның иҫкереүенә бәйләгән. Хәҙер иһә ауылда диспансеризацияның беренсе этабын, медицина тикшереүен уңайлы шарттарҙа үтеү мөмкинлеге бар.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә 139-сы гуманитар конвой оҙатылды

Йылы әйбер, хәрби кәрәк-яраҡ һәм бронялы техника - ылауҙы тыл хеҙмәтсәндәре бөртөкләп йыйған. Йолаға ярашлы, йөк машиналары тантаналы шарттарҙа ҡуҙғалды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә һөнәрселек аҙнаһы тамамланды

Йыл һайын уҙғарылған сарала Башҡортостандан тыш, илебеҙҙең башҡа төбәктәренә дә оҫталар ҡатнашты. Һөнәрселек аҙнаһы «Бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә уҙғарылды. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Ейәнсура районының яҡташтар осрашыуы уҙҙы

Бер майҙанға төбәктә тыуып, Өфөлә йәшәүсе яҡташтар, район етәкселеге һәм билдәле вәкилдәре йыйылды. Ҡунаҡтар иғтибарына ҡул оҫталарының әйберҙәре, ауыл хужалығы продукцияһы тәҡдим ителде. Эшлекле түңәрәк өҫтәлдәрҙән һуң, сара күңелле концерт менән дауам итте.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Урал аръяғының йәмәғәт башланғыстары союзы Донбасҡа сираттағы гуманитар ылау менән барҙы

Йылы ойоҡбаштарҙан алып генераторҙарға тиклем. Урал аръяғының йәмәғәт башланғыстары союзы Донбасҡа сираттағы гуманитар ылау менән барҙы. Уны республиканың көнъяҡ райондары халҡы һәм эшҡыуарҙар туплаған.
👍4🔥3
Махсус хәрби операция инвалиды йәшәгән шәхси йортҡа пандус ҡуйыу мөмкинме?

Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш барышында ошондай һорау бирелде.

Радий Хәбировҡа махсус операция ветераны, 1-се төркөм инвалиды Азамат Әйүпов мөрәжәғәт итте. “Аҡса табабыҙ. Пандус ҡуябыҙ. Мәсьәләне урындағы власть хәл итә”, - тине Радий Хәбиров.

Һорау авторы Азамат Әйүповҡа тиҙҙән ҡул менән идара ителгән автомобиль тапшырыла. 2025 йыл республикала Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан ителде.
👍2
«Беҙ һәйкәлде юҡ итергә уйламайбыҙ!»

Башҡортостан Башлығының тура бәйләнеше барышында Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялауға бәйле һорауҙың булыуы тәбиғи ине. Уны журналист Рита Өмөтбаева бирҙе.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, һәйкәлде төҙөкләндереү йыл ярым ваҡытты аласаҡ. Эштәр 2025 йылда башланасаҡ.
👍3
Бөгөн Ватан геройҙары көнө

“Беҙ ябай булмаған осорҙа – батырҙар дәүерендә йәшәйбеҙ. Башҡалар өсөн йәшәгән кешеләр бар. Улар Тыуған илде һаҡлай, Ватаныбыҙ өсөн һәләк була”, - тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. Махсус хәрби операция барышында республиканан 12 яугир Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың араһында үлгәндән һуң ошо наградаға күрһәтелгәндәр бар. Махсус хәрби операция биләмәһендә бурысын намыҫ менән үтәгән ир-егеттәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтәм. Улар 80 йыл элек донъяны фашизмдан азат иткән ҡаһарман олаталарының лайыҡлы дауамы. Һәр яугир алдында баш эйәм. Уларҙың батырлығы бер ҡасан да онотолмаясаҡ”, - тигән Радий Хәбиров.
👍1
Туймазы ҡалаһында 3 үҫмер аварияға осраған, уларҙың береһе һәләк булған

Юл-транспорт ваҡиғаһы Фабрика урамында теркәлә - ВАЗ автомобиле юлдан сығып түңкәрелә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре йәрәхәт алған 15 һәм 17 йәшлек үҫмерҙәрҙе дауаханаға оҙата, 13 йәшлеге һәләк була. Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй, авария сәбәптәре буйынса тикшереү башланған. Мәғлүмәт Республика бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиленә, Мәғариф һәм фән министрлығына ебәрелгән.
👍1
Өфөлә геройҙарҙы иҫкә алдылар

Бөгөн Ватан геройҙары көнө. Ошо уңайҙан Өфөлә сәскә һалыу тантанаһы үтте. Башҡортостан премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров республиканың күп милләтле халҡы исеменән Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды. Башҡортостан хөкүмәте ағзалары һәм хәрбиҙәр баш ҡаланың Еңеү парында булды. Улар Мәңгелек утҡа сәскә һалды. Сарала йәш армиясылар, кадеттар, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге мәктәп-интернат уҡыусылары ҡатнашты. Улар Александр Матросов һәм Миңлеғәли Ғөбәйҙуллинға хөрмәт белдерҙе. Батырҙар һәйкәленә сәскә һалды.
👍2
Өфөлә Мортаза Рәхимов проспекты булдырыла

Ҡала хакимиәте халыҡ фекерен белешә. Киров районында, Кузнецов Затонындағы проспектҡа Башҡортостандың беренсе президенты исемен бирергә тәҡдим ителә. Уның оҙонлоғо 3 километрға яҡын. Өфө халҡы фекерен хакимиәт сайтында 11 декабргә тиклем ҡалдыра ала.
👍3
Өфөлә бер кеше 3 миллион 800 мең һумға алданған

Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Нуғай ауылынан 56 йәшлек иргә социаль селтәрҙә ул элек эшләп киткән компанияла Федераль именлек хеҙмәте йәнәһе лә тикшереү уҙғарыуы тураһында хәбәр килгән. Унан һуң шылтырыусы үҙен дәүләт ведомствоһы хеҙмәткәре итеп танытҡан. Ир исеменә аҡса алырға теләүҙәре, мутлашыусыларҙан һаҡланыу өсөн кредит алып финансты хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә күндергән.
👎2
Башҡортостандың боҙҙа мотоуҙышсылары юбилейлы миҙгелгә әҙерләнә

2025 йылдың 20 февралендә Өфөлә боҙҙа мотоуҙыш буйынса тәүге ярыштар уҙғарылыуға 70 йыл тула. Башҡортостанда киләһе йылда февраль аҙағында Рәсәй Кубогы өсөн шәхси ярыштар уҙғарыла. Мартта командалар араһында ил беренселегенең финал этаптары ойошторола.
👍2
Киләсәккә ҡарап. VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан БСТ телеканалы ижтимағи ойошманың тарихи үткәне һәм әлеге ваҡытта тормошҡа ашырылған мөһим социаль йүнәлешле проекттарына байҡау яһаны.

Документаль фильмда республиканың билдәле шәхестәре ҡоролтайҙың башҡорт халҡының артабанғы үҫеш юлында, рухи ҡиммәттәрен һаҡлауҙа, быуындар бәйләнешен нығытыуҙа тотҡан роле тураһында тураһында фекер алыша. Улар араһында мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, әҙәбиәтселәр, йәмәғәтселәр һәм дәүләт власы органдары вәкилдәре лә бар. Экран әҫәрендә БСТ телеканалы архивында тупланған бай видеоматериал файҙаланылған. Фильмдың сценарий авторы - Гөлдәриә Йосопова, ҡуйыусы режиссеры - Светлана Громова, операторы - Илшат Дәүләтбирҙин.


«Киләсәккә ҡарап» тип исемләнгән фильм БСТ телеканалында 10 декабрҙә киске 20:45 сәғәттә эфирға сыға.
👍7👎1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙә Ватан Геройҙары көнө билдәләнә

Бөгөн Рәсәйҙә Ватан Геройҙары көнө билдәләнә. «Беҙгә бик ҡатмарлы ваҡытта - геройҙар дәүерендә йәшәргә тура килә. Улар ҡайһы берҙә үҙ ғүмерҙәрен ҡорбан итеп - Ватаныбыҙҙы дошмандарҙан һаҡлай», тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы. Махсус хәрби операция барышында республиканан 12 кеше Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды.
👍5