БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.12K photos
7.84K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Салауат Юлаев һәйкәле тауыш биреүселәр һаны буйынса әле икенсе урында

Мең һумлыҡ купюрала һүрәтләнәсәк объекттар өсөн тауыш биреү дауам итә. Рәсәй Банкы Волга буйы федераль округында 25 объектты һайлап алған. Исемлектә һәйкәл, музей, театр, университет, күперҙәр бар. Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле менән бергә, Ырымбурҙағы тарих музейы Ҡазан университетының төп корпусы, Һамарҙағы Дан аллеяһы, Ульяновскиҙа Волга аша күпер, Вятка художество музейы бинаһы тәҡдим ителгән. Улар араһынан бер объект яңы мең һумлыҡ аҡсала һүрәтләнергә тейеш. Еңеүсе онлайн-тауыш биреү аша асыҡлана. 12 декабргә тиклем Үҙәк Банк сайтында тауыш бирергә мөмкин.
👍3
Юлай Ильясовҡа МХО-лағы хеҙмәте өсөн Шайморатов миҙалы тапшырылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Юлай Ильясовты генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне. Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы бер йыл махсус хәрби операциянан ҡайтҡандан һуң, йәнә муниципалитет хакимиәте башлығы вазифаһында эшләй башланы.

«Юлай Талха улы бер махсус хәрби операцияла ҡатнашты, ауыр хәрби бурыстарҙы үтәне. Һәр ваҡыт бәйләнештә булды, яуҙаштары хаҡында һөйләй торғайны. Беҙ һеҙгә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Муниципаль хеҙмәткәр, чиновник булараҡ, шундай етди ҡарар ҡабул иттегеҙ һәм ир-егеттәребеҙгә ярҙам итергә юлландығыҙ», — тине Радий Хәбиров.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат Юлаев батальоны яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты

Салауат Юлаев исемендәге 2-се башҡорт махсус тәғәйенләнеш батальоны хәрбиҙәре ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Осрашыу тантаналы шарттарҙа баш ҡалала Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында үтте.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» полкы дрондарға ҡаршы һөҙөмтәле көрәшә

Улар асыҡ күк йөҙө һәм хәүефһеҙ коридор тәьмин итә. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының күптән түгел генә барлыҡҡа килгән радиоэлектрон көрәш ротаһы нацистарҙы тар-мар итеүҙә ҙур роль уйнай. Бронетехника, штурм төркөмдәре алғы һыҙыҡҡа үтеп инһен өсөн, яугирҙар һауаны дошман дрондарынан таҙарта. Шулай уҡ үҙебеҙҙең позицияларҙы ла һаҡта тота.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Силәбенән ҡаһарман башҡорт ағинәйе: Байрамбикә Хәмитова тураһында

84 йәштә хәрби операция биләмәһенә ете тапҡыр барған ҡаһарман ханым Силәбелә йәшәй. Ул да булһа беҙҙең милләттәшебеҙ, башҡорт ирекмәне Байрамбикә Хәмитова.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Рәсәй Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт рөхсәтен алмаған предприятиеларға 100 процент күләмдә ҙур штраф янай

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров йыл аҙағына тиклем предприятиеларға тикшереү үтеп, талапты үтәү маҡсатын ҡуйҙы. Әле республикала тирә-яҡ мөхиткә зыян килтергән предприяеларҙың 67 проценты ғына эшмәкәрлеген дауам итеү өсөн федераль лицензияға эйә . Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә баҡсасылыҡ ширҡәттәрен тәртипкә килтереү, төбәктә бренд булараҡ танылған мәҙәни сараларҙы дауам итеү, мәктәптә туҡланыу сифатын яҡшыртыу һәм башҡа һорауҙар ҡаралды.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика етәксеһе Юлай Ильясовты генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне

Хөкүәмәттең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Юлай Ильясовты генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне. Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы махсус хәрби операциянан ҡайтҡандан һуң, йәнә муниципалитет хакимиәте башлығы вазифаһында эшләй башланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Юлай Ильясов 2023 йылдың ноябрендә махсус операция зонаһында хеҙмәт итергә ҡарар итте.
👍4👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнешкә 3 меңгә яҡын һорау килгән

Күрһәткес былтырғы менән сағыштырғанда, бер ярым тапҡырға күберәк. Был хаҡта декабрҙәге төп ваҡиғаларҙың береһенә әҙерлек барған Республика менән идара итеү үҙәгендә белдерҙеләр. Иртәгә Радий Хәбиров халыҡтың һорауҙарына шәхсән яуап бирә. Тура эфирҙы Башҡортостан юлдаш телеканалы, «Сәләм» һәм «Юлдаш» радиостанцияһы трансляциялай. Һорауҙы «Башҡортостан башлығының тура линияһы» телеграмм-боты, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында һәм GlavaRB.ru сайтындағы кире бәйләнеш платформаһы аша бирергә мөмкин.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә инвалидтар өсөн бушлай такси эшләй башланы

Тик уны файҙаланыусылар өсөн ҡулланыу ваҡыты һәм урыны буйынса үҙ тәртибе бар. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто 30 йыллыҡ юбилейын билдәләй

"Берҙәм ғаилә булып" тип исемләнгән тантаналы сара Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр тетарында үтте. Кисәлә Халыҡтар дуҫлығы йортон ойоштороу башланғысында тороусылар, рәсми ҡунаҡтар һәм төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашты. Юбилей алдынан "Урал һәм Себер башҡорттары" проектына йомғаҡ яһалды.
👍3👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Айыҡ ауыл - 2024» республика конкурсының муниципаль этабы тамамланды

Быйыл проектта Хәйбулла районынан 8 ауыл ҡатнашты. Район мәҙәниәт йортонда уҙғарылған йомғаҡлау сараһы хаҡында киләһе яҙмала.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Наилә Хәмиҙуллинаның юбилей кисәһе үтте

Наилә Хәмиҙуллинаға - 85. Өфөләге Федор Шаляпин исемендәге концерт залында Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Наилә Ғәле ҡыҙының юбилей кисәһе үтте. Концерт ижадсының уҡыусылары - билдәле музыканттар сығышы менән оҙатылып барҙы.
👍2👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Илдең һаулыҡ һаҡлауы: бөгөн һәм иртәгә» семинарында ҡатнашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында төбәк етәкселәре өсөн Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова уҙғарған «Илдең һаулыҡ һаҡлауы: бөгөн һәм иртәгә» семинарында ҡатнашты.
Семинарҙа беренсел медицина-санитар ярҙамы, ашығыс һәм кисектергеһеҙ медицина ярҙамы, махсуслаштырылған ярҙам ойоштороу, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология ауырыуҙары менән көрәште ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн киске сәғәт 7-лә Радий Хәбиров менән «Тура бәйләнеш» ойошторола

Төбәк етәксеһе Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Рәсәй 24, «Башҡортостан 24», «Бөтә Өфө», «Сәләм», UTV һәм «Юлдаш» радиостанцияһының тура эфирында халыҡтың көнүҙәк һорауҙарына яуап бирә. Тура бәйләнеш трансляцияһын шулай уҡ Радий Хәбировтың «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендәге сәхифәләрендә ҡарарға мөмкин. Республика етәксеһенә «Башҡортостан башлығының тура линияһы» телеграм-боты, дәүләт хеҙмәттәрендә кире бәйләнеш платформаһы йәки республика башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлек аша һорау бирергә мөмкин.
👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы йорттары зәңгәр яғыулыҡҡа тоташты

Утынға нөктә йәки төпкөл урманда урынлашҡан Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы йорттары зәңгәр яғыулыҡҡа тоташты. «2021-2025 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһын газ менән тәьмин итеү һәм газификацияны үҫтереү» программаһын тормошҡа ашырыу буйынса Сәйғәфәр - Йомаш - Юлыҡ - Ишбирҙе ҡасаба-ара газ үткәргесе сафҡа инде. Тантана төбәктә йәшәүселәр өсөн оло байрамға әйләнде.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында МХО-ла һәләк булған батырҙар иҫтәлегенә милли көрәш буйынса төбәк ярышы уҙғарылды

Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар халыҡ хәтерендә. Хәйбулла районы Татыр-Үҙәк ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған батырҙар иҫтәлегенә милли көрәш буйынса төбәк ярышы уҙғарылды. Келәмдә илленән ашыу йәш спортсы бил һынашты. Сәмле ярыш хаҡында киләһе яҙмала.
👍41
⚡️ Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш: тура эфир!

Йыл һайын Башҡортостан Башлығы традицион тура бәйләнештә республика халҡының һорауҙарына яуап бирә.

Трансляцияны БСТ, Рәсәй 24», Башҡортостан 24», «Вся Уфа», Сәләм», UTV телеканалдарында, шулай уҡ «Юлдаш» радиоһында һәм социаль селтәрҙәрҙә ҡарарға мөмкин.

Радий Хәбировҡа һорау бирергә:
https://vk.com/video413272232_456240336
👍5🤬4
Радий Хәбиров республикалағы уртаса эш хаҡы кимәлен әйтте

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш барышында һуңғы ике йылда республика буйынса уртаса хеҙмәт хаҡының тиҙ артыуы хаҡында һөйләне.

«Был иҡтисадтың, эшкәртеү сәнәғәтенең йылдам үҫеше менән бәйле. Эшкәртеү сәнәғәте һәм оборона предприятиелары эш хаҡы 200 мең һумға еткән вакансиялар тәҡдим итә. Төбәктә уртаса хеҙмәт хаҡы – 66 мең һум тирәһе. Беҙҙә табиптар, уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа белгестәр өсөн ярҙам саралары ғәмәлдә. Миграция сәйәсәте беҙҙең файҙаға үҙгәрҙе, күсеп килеүселәр беҙҙән китеүселәргә ҡарағанда күберәк. Шуныһы мөһим: беҙҙә уҡырға килгән йәштәр күп. Ун беренсе класты тамамлаусыларҙың дөйөм һаны һәм бюджет урындары һаны тап килә тиерлек. Һәр сығарылыш уҡыусыһының бюджетҡа инеү мөмкинлеге бар. Шул уҡ ваҡытта уртаса эш хаҡы кимәле буйынса илдең башҡа төбәктәре араһында беҙ 35-40-сы урындар араһында торабыҙ. Шуға күрә үрләйһе үрҙәр бар. Беҙҙә хеҙмәт хаҡы шулай артыуын дауам итер тип уйлайым», — тине Хәбиров.
4👍2
Әр-Рәхим мәсете 2028 йылда төҙөлөп бөтәсәк

– Ысынлап та, был ҡатмарлы мәсьәлә. Унда башҡараһы эштәр күп әле. Иң мөһиме – беҙ объектҡа анализ эшләттек, экспертиза һөҙөмтәләре декабрҙә әҙер буласаҡ. Нигеҙе һәм стеналар яҡшы торошта. Ҡыйығын алмаштырырға кәрәк. Быйыл манараларын өҫтөндә эште тамамлаясаҡбыҙ. Хәҙер фасадын проектлауҙы башлайбыҙ. Киләһе йылда тышҡы эштәрҙе тамамлаясаҡбыҙ. Иң мөһиме – финанслау бар. Һүҙ бер нисә миллиард тураһында бара. Дөйөм сумма проектлау эштәренән һуң билдәле буласаҡ, – тине Радий Хәбиров.


Радий Хәбиров, алдағы дүрт йылда мәсет төҙөлөп бөтәсәк, тип билдәләне.

– Өс йылдан объект 80 процентҡа төҙөлөп бөтәсәк. Бөтә төҙөлөш эштәре дүрт йыл итер тип күҙаллайым, – тине республика Башлығы.
2
МХО ветерандары дәүләт хеҙмәтендә эшләйәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнештә махсус операция ветерандарын эшкә урынлаштырыу хаҡындағы һорауға яуап биреп, төбәк етәкселегенең бурысы – хәрбиҙәргә республикаға ҡайтҡандан һуң социалләшергә ярҙам итеү, тип билдәләне.

– Бөгөн бер нисә районда МХО ветерандары депутат итеп һайланды, бер нисә районда махсус операцияла ҡатнашыусылар ауыл хакимиәте башлығы булып эшләй. Алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан егеттәрҙең күбеһе «Ватанды һаҡлаусылар» фондына координатор булып урынлаша. Яуҙаштарына ярҙам итә. Күптән түгел бер яугирҙы республика Башлығы хакимиәтенә эшкә саҡырҙым. Минеңсә, иң мөһиме, егеттәрҙең донъяға ҡарашы үҙгәрә, улар ҙур тормош тәжрибәһе ала, аңлы һәм эшлекле була. Был сифаттар дәүләт хеҙмәтендә бик файҙалы буласаҡ.
2
Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау өсөн йыл ярым самаһы ваҡыт талап ителә

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау өсөн йыл ярым самаһы ваҡыт кәрәк. Эштәр 2025 йылда башлана, тип яуап бирҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналист Рита Өмөтбаеваның һорауына.

«Һәйкәлде юҡ итергә тигән уйыбыҙ юҡ. Киләһе быуындар һәм республика өсөн һәйкәлде һаҡлап ҡалыу теләге генә бар, — тине республика етәксеһе тура бәйләнеш ваҡытында. — Беҙҙең алда бик ҡатмарлы бурыс тора. Һәйкәлдең торошо борсолоу тыуҙыра. Шуға беҙ ошо эште башларға мәжбүр булдыҡ».
2