БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.85K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостанда юл камераларының урыны алмаштырыла

Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, стационар комплекстар авариялар йышыраҡ теркәлгән урындарға күсерелә. Төп маҡсат - аварияларҙы кәметеү, хәүефһеҙлек тәьмин итеү. Быйыл Башҡортостан юлдарында 2 мең ярым авария булған, уларҙа 330 кешенең ғүмере өҙөлгән.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Президиумы алдағы пленар ултырышта ҡараласаҡ һорауҙарҙы билдәләне

Депутаттар ҡарамағына тәҡдим ителәсәк 4 тиҫтәнән ашыу закон проекттары араһында социаль йүнәлештәгеләре лә бар. 1-се һәм 2-се төркөм инвалидтарҙы дәүләт ойошмаларында сиратһыҙ ҡабул итеү, янғын һүндереүселәрҙе һәм ирекмәндәр дружиналарын янғын һүндереү транспортына һалым түләүҙән азат итеү, тәбиғи объекттарҙы һаҡлауға контролде арттырыу һәм башҡа һорауҙар иғтибарға алынды.
3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тәүге ҡатын-ҡыҙ ирекмәндәр отряды Луганск халыҡ республикаһынан Башҡортостанға ҡайтты

Гүзәл заттар ике аҙна дауамында махсус хәрби операция биләмәһендә булып, госпиталдәрҙә яраланған хәрбиҙәргә ярҙам иткән. Быға тиклем дә уларҙың күбеһе ирекмәнлек менән шөғөлләнгән, алғы һыҙыҡҡа гуманитар ярҙам туплауҙа, маскировка селтәрҙәре үреүҙә, окоп шәмдәре яһауҙа ҡатнашҡан.
👍4👎2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районы фермеры бесән һаҡлауҙа элекке ысулдарға мөрәжәғәт иткән

Яңы - ул күптән онотолған иҫке. Шишмә районы фермеры бесән һаҡлауҙа элекке ысулдарға мөрәжәғәт иткән. Уны тығыҙлап төрөү урынына ул эҫкертте күпкә уңайлыраҡ тип тапҡан. Дамир Иҙиәтуллин - районда иң ҙур ферма хужалығы етәксеһе.
👍4👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембай районы Ураҙбай ауылынан Фәриҙә Әйүпова 90 йәшен билдәләне

Һуғыш балаһын юбилейы менән урындағы хакимиәт етәкселеге тәбрикләне. Яҙмыштың ҡаты һынауҙарына бирешмәгән Фәриҙә Үмәрғәле ҡыҙы ҡотлауҙарҙы ҡабул иткәндән һуң хәтирәләре менән уртаҡлашты.
👍5
МХО биләмәһендә — БСТ журналистары

«Яңылыҡтар» хеҙмәте тележурналистары Айнур Кәбиров һәм Азат Саҙрыев МХО-ла ҡатнашҡан хеҙмәттәшебеҙ, «Журналист» позывнойлы яугирҙың барып хәлен белешкән.
👍6🔥2👏21👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров етәкселегендә республика делегацияһы «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумында ҡатнаша

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә республика делегацияһы «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумында ҡатнаша. Республика стенды эргәһендә транспорт ведомстволары һәм юл ойошмалары етәкселәре менән эшлекле осрашыуҙар үтә, мөһим килешеүҙәр төҙөлә. Транспорт тармағында яңы проекттарға нигеҙ һалған форумда Башҡортостан стенды презентацияһы ойошторолдо.
👍62
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл Башҡортостанда күп фатирлы 39 йорттоң 119 подъезы төҙөкләндерелә

Программаны тормошҡа ашырыуға яҡынса 103 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Өфө ҡалаһы, Асҡын, Иглин, Шишмә һәм Стәрлебаш райондарындағы торлаҡ подъездары комплекслы ремонт программаһына ингән. Капиталь ремонт фонды тарафынан ҡыйыҡ, фасад, лифттарҙы яңыртыу буйынса ла күләмле эштәр алып барыла. Күп фатирлы йорттарҙа һыу, газ, йылытыу системаһына ремонт ойошторола.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң «Көрәш һарайы» алдындағы майҙандан оҙатылған 138-се гуманитар ылау Донбасҡа барып етте

Башҡортостан хәрбиҙәренә адреслы ярҙам Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы, дәүләт органдары, Дүртөйлө, Тәтешле, Шишмә райондары, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары һәм вайымһыҙ граждандар тарафынан тупланған. Йөк составына төҙөлөш материалдары, ҡышҡы маскировка селтәрҙе, транспорт саралары, мобиль мунсалар һәм башҡа әйберҙәр тейәлгән.
👍5👎1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҫәрҙәр ижад итеүселәр араһында республика конкурсына йомғаҡ яһалды

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева исемендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҫәрҙәр ижад итеүселәр араһында республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Башҡортостан Яҙыусылар союзы «Аҡбуҙат» журналы менән берлектә ойошторған конкурс еңеүселәре ике номинацияла билдәләнде.
👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» Иглин районы Һарт-Лабау ауылында йәшәй

Ете бала тәрбиәләүсе Әлфиә һәм Илдар Нурыевтарҙың әүҙем, татыу, берҙәм ғаиләһенең бәхет сере хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
👍81
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районында яҙғы баҫыу эштәренә ауыл хужалығы техникаһын хәстәрләү мәсьәләһе тикшерелде

Көҙ-ҡыш миҙгеле киләсәк уңышҡа әҙерлек өсөн иң ҡулай ваҡыт. Шишмә районында яҙғы баҫыу эштәренә ауыл хужалығы техникаһын хәстәрләү мәсьәләһе тикшерелде. Һуңғы 6 йылда Башҡортостан агросәнәғәт комплексының техника паркы 60 процентҡа яңыртылған.
👍5👏1
"Салауат Юлаев" Континенталь хоккей лигаһының яңы чемпионатында ҡатнаша

Унда уйындар 3-кә 3 форматында үтә. Йәғни, боҙға һәр команданан ҡапҡа һаҡсыһынан башҡа 3 уйынсы сыға. Кәмендә 1 хоккейсының КХЛда сығыш яһау тәжрибәһе булырға тейеш. Даими беренселек декарҙән киләһе йылдың июненә тиклем уҙғарыла, финал июлдә була. Турнирҙа Өфө командаһынан тыш, Омск, Ҡазан, Магнитогорск, Силәбе, Новосибирск, Астана һәм Минск хоккейсылары сығыш яһай.
👍2
Туймазыла махсус хәрби операция яугирҙарына түләү күләме арттырылды

Туймазы ҡалаһы һәм районы граждандарына Рәсәй Оборона министрлығы менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн контракт төҙөгән осраҡта бер тапҡыр бирелә торған түләү 1 ноябрҙән 300 мең һумға тиклем еткерелде. Быға тиклем муниципаль түләүҙең күләме 100 мең һум ине.
👍2👎1
Өфөлә Ленин майҙанында ҡаланың төп яңы йыл шыршыһы урынлаштырыла башланы

Бында 30 метр бейеклектәге яһалма ҡоролма ҡуйыла. Ике һырғалаҡ, боҙ скульптуралары булдырыла. Өфөлә тағы бер ҙур яһалма шыршы "Торатау" конгресс холы янында урынлаша. Был биләмә лә байрамса биҙәлә. Ҡала хакимиәтенән белдереүенсә, Байрам алдынан 25 яңы йыл ҡаласығын булдырыу планлаштырыла.
👍3
Бөтә донъянан умартасылар Өфөгә килә

Киләһе йылдың ғинуар аҙағында баш ҡалала халыҡ-ара конгресс уҙғарыла. Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, республикала тейешле инфраструктура булдырылған, матди-техник база бар. Конгресс барышында Рәсәйҙә тәүге тапҡыр бал конкурсы ойошторола.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Мәскәү юғары уҡыу йорттарында белем алған студенттар менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәү юғары уҡыу йорттарында белем алған студенттар менән осрашты. Төбәк етәксеһе яҡташтар менән аралашып, республикала һөнәри үҫеш мөмкинлектәре тураһында һөйләне.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә үтәсәк Рәсәй-Ҡаҙағстан форумында ҡатнашыуға 30 төбәктән заявка ҡабул ителгән

Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә уҙған матбуғат конференцияһында хәбәр итте. Күләмле форум баш ҡалала Көрәш һарайы майҙанында 26-27 ноябрҙә үтәсәк. «Рәсәй -Ҡаҙағстан» форумы ике илдең иҡтисади, сәйәси һәм гуманитар бәйләнештәрен нығытыу һәм үҫтереү маҡсатында 20 йыл дауамында даими үткәрелеп килә. Дәүләт-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу форумында тиҫтәләгән эшлекле килешеүҙәр төҙөләсәк. Ҡунаҡтар өсөн бай йөкмәткеле мәҙәни программа ҡаралған.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембай районы мәктәптәрендә махсус хәрби операция яугирҙарына арналған картиналар күргәҙмәһе үтте

Ватан һағында торған геройҙарҙы онотмау. Ошондай лозунг менән Ишембай ҡалаһының 19-сы мәктәбендә һәм Кинйәбулат ауылында картиналар күргәҙмәһе ойошторолдо. Проекттың маҡсаты - махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға ярҙам итеү. Изге эшкә Ишембай ҡалаһы картиналар галереяһы рәссамдары ла ҡушылды.
👍21👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Марат Хөснуллин Өфөлә торлаҡ төҙөлөшө темптарын баһаланы

Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин Өфөлә торлаҡ төҙөлөшө темптарын баһаланы. Был турала ул Федерация Советы ултырышында сафҡа индерелгән шәхси торлаҡты теркәү мәсьәләһен тикшергәндә белдерҙе.
👍3