БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.85K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Байыҡ -2024» республика телевизион конкурсының гала-концерты уҙҙы

Республиканың төп сәхнәһе -»Башҡортостан» концерт залында «Байыҡ -2024» телевизион конкурсының иң яҡшы бейеүҙәрҙән тупланған гала-концерты уҙҙы. Өр-яңы постановкалар, сағыу костюмдар, осҡон сәсрәтеп халыҡсан бейеү башҡарыусылар хаҡында киләһе яҙмала.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйән районы башлығы киләсәккә пландары менән бүлеште

Халыҡ мәнфәғәте өсөн халыҡ менән бергә эшләү мөһим. Бөрйән районы хакимиәтене башлығы үҙенә ошондай бурыс ҡуйған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, октябрь аҙағында Бөрйән муниципаль районы хакимиәтендә яңы етәксе һайланды. Рәмил Абдуллин яңы вазифаға тәғәйенләнгә тиклем Ишембай районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләне. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин Рәмил Миңлеәхмәт улы менән осрашып, киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһынды.
👍4
Өфөлә хәрби темаға күргәҙмә асылды

“АРТ-ХУПЛАУ. Беҙҙекеләр өсөн” тигән экспозиция 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында ойошторолған. Унда башҡорт рәссамдарының 60-тан ашыу эше тәҡдим ителә. Шулай уҡ Владислав Пегов һәм Александ Скорняковтың картиналары ҡуйылған. Һүрәттәрҙә алғы һыҙыҡта батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткән ир-егеттәр төшөрөлгән. “Беҙ сәнғәт аша халыҡҡа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһында һөйләргә тырышабыҙ”, - тип белдерҙе Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Александр Скорняков. Республикала тыуып үҫкән 12 ир-егет Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. Уларҙың һигеҙе һәләк булғандан һуң юғары наградаға күрһәтелде. Художниктарҙың картиналары менән 15 декабргә тиклем танышырға була. Күргәҙмә киләһе йылда Татарстан халҡына тәҡдим ителә.
👍2
Республикаға китапханаларҙы яңыртыу өсөн аҡса бүленә

Федераль ҡаҙнанан 37 миллион һум бирелә. Киләһе йылда Башҡортостанда яңы быуынға ҡараған 3 китапхана булдырыла. Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән ошо турала белдерәләр. Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ, Ҡыйғы һәм Тәтешле райондары үҙәк китапханалары Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы үткәргән конкурста еңеү яулаған. “Беҙ федераль аҡса йәлеп итеү буйынса әүҙем эшләйбеҙ. Яңыртылған китапханалар ауылда йәшәүселәр өсөн белем алыу һәм ял итеү үҙәгенә әйләнә бара”, - тип белдерҙе Мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Әминә Шафиҡова.
👍1
Рәсәй-Ҡаҙағстан форумы барышында баш ҡала халҡын бишбармаҡ менән һыйлайҙар

Башҡортостан Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан ошо турала белдерәләр. Өфөлә аҙыҡ-түлек фестивале ойошторола. Ике ил ашнаҡсылары араһында оҫталыҡ ярышы була. Беренсе көндә балыҡ ашы, икенсе көндә бишбармаҡ әҙерләйҙәр. Рәсәй-Ҡаҙағстан форумы 26-27 ноябрҙә Өфөнөң Көрәш һарайында үтә. Унда ҡатнашыусылар өсөн ҙур программа - эшлекле һәм мәҙәни саралар ҡаралған.
👍1
Салауат Юлаев һәйкәле торған ҡурған урынынан шылған

Уны нисек нығытасаҡтар?

БР Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы начальнигы Салауат Ҡолбахтин яуап бирә.
https://vk.com/video-228083963_456239031
👍1👏1
Быйыл Башҡортостанда 150-нән ашыу иҫерек үҫмер водитель тотолған

Был турала Республика автоинспекцияһынан хәбәр итәләр. 7 үҫмер иҫерек килеш техника йөрөтөп икенсегә туҡтатылған. Улар енәйәт кодексы буйынса яуап бирә. Быйыл республика юлдарында водитель танытмаһы булмаған мең ярымдан ашыу үҫмер тотолған. Ундайҙарҙың ата-әсәләре административ кодекс буйынса яуапҡа тарттырыла, штраф түләй 2024 йылда бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 399 авария булған, уларҙа 10 баланың ғүмере өҙөлгән, тигән мәғлүмәттәр бирә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ведомствоһы.
👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров баҡсасылар ширҡәттәренә илткән юлдарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһен тиҙ арала хәл итергә ҡушты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров баҡсасылар ширҡәттәренә илткән юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса киҫкен мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә ҡушты. Бынан ары ҡырсынташ түшәү эштәре ҡар яуып, ер туңғандан һуң түгел, ә күпкә алдараҡ башҡарылырға тейеш. Видеоконференция бәйләнеше аша ойошторолған оператив кәңәшмәлә «Башҡорт ихатаһы» һәм «Өфө поликлиникаларын яңыртыу» буйынса төбәк программалары тураһында ла һүҙ барҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда махсус хәрби операция ветерандарына физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәре күрһәтеләсәк

Киләһе йылдан физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәрен күрһәтеү буйынса социаль заказға өҫтәмә категория - инвалидлыҡ алған махсус хәрби операция ветерандарын индереү планлаштырылған. Был тәҡдим менән оператив кәңәшмә барышында Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов сыҡты.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Карпов ауылында модулле табип амбулаторияһы асылды

Республиканың тағы ла бер ауылында модулле табип амбулаторияһы асылды. Был юлы ул Өфөнөң Карпов ауылында файҙаланыуға тапшырылды. Яңы амбулаторияла ике меңләп кешегә, шул иҫәптән 200-ҙән ашыу балаға беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеләсәк.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәшәүсе 17 йәшлек Ярослав Надтачаев шәхси һаҡланыу сараларын йыя

Өс тиҫтә противогаз, радиация дозаһын үлсәүсе ҡоролма һәм башҡалар... Өфөлә йәшәүсе 17 йәшлек Ярослав Надтачаев шәхси һаҡланыу сараларын йыя. Әле уның коллекцияһында төрлө йылдарҙа ҡулланылған тын алыу органдарын һаҡлау саралары бар. Уларҙы үҫмер төрлө күргәҙмәләр буйлап алып йөрөй.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Саҡмағош районы хакимиәте Өфөлә актив һәм талантлы яҡташтары менән осрашты

Осрашыуға студенттар менән йәш белгестәр ҡушылды. Түңәрәк өҫтәл эшендә сығышы менән Саҡмағош районынан булған билдәле кешеләр ҙә ҡатнашты.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Әнүәр Усманов эҙҙәренән

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, осоусы-штурмлаусы Әнүәр Усманов эҙҙәренән. Яугирҙың тарихы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте бүлеге лә етди ҡыҙыҡһына. Яугир тураһында үткән аҙнала БСТ телеканалының яңылыҡтар программаһында мәғлүмәт сыҡҡас, уны белеүсе тамашасыбыҙ редакцияға шылтыратты. Ғафури районы Ерек ауылында беҙ осоусы-штурмовик Әнүәр Усманов хаҡында хәтирәләр һаҡлаусы Фәтих Борханов менән осраштыҡ. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍82
Ҡатын-ҡыҙ волонтерҙар отряды махсус хәрби операция биләмәһенән әйләнеп ҡайтты

Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко хәбәр итеүенсә, улар ике аҙна эшләне. Барыһы ла иҫән-һау. - Госпиталдә дауаланған һалдаттарға ярҙам итергә барған бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға рәхмәт, - тип яҙа ул социаль селтәрҙә. Әле отрядтың яңы составы туплана. Яралы һалдаттарға ярҙам күрһәтеүсе ҡатын-ҡыҙ волонтерҙар отряды Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса булдырылды.
👍6👎1
Башҡортостанда майлы культураларҙан рекорд уңыш йыйып алынды

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә ул 700 мең тоннаға яҡынлаша. Баҫыуҙа эш әле дауам итә. Көнбағыш 258 мең гектарҙа йыйып алынған, план 90 процентҡа үтәлгән. Республикала майлы культураларҙан шулай уҡ рапс, етен, соя, гәрсис үҫтерелә.
👍3
Дим-Шаҡша тимер юл участкаһында өҫтәмә электричкалар йөрөй

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө йылғаһы аша автомобиль хәрәкәте туҡтатылыуға бәйле шундай ҡарар ҡабул ителгән. 22 ноябрҙән 29-ына тиклем был юлда 37 поезд йөрөйәсәк. Шаҡша күперендә автомобиль йөрөшө 24 ноябргә тиклем тулыһынса туҡтатылды. Бында капиталь ремонт бара.
👍3
Республикабыҙҙан яҡташ яугирҙарға медикаменттар ебәрелде

Башҡортостандан сираттағы гуманитар йөк махсус хәрби операция биләмәһенә барып етте. Республика яугирҙәренә ярҙам тураһында Әлшәй районы хакимиәте башлығы Наил Әбелғужин хәбәр итте.

Муниципалитет етәксеһе һүҙҙәренсә, гуманитар урындағы предприятиелар, ойошмалар, эшҡыуарҙар һәм район халҡы көсө менән әҙерләнгән. Улар яҡташтары өсөн медикаменттар, йылы кейем-һалым һәм термокейем, маскировка селтәрҙәре, буржуйка мейестәр, йоҡо тоҡтары, газ баллончиктары, окоп шәмдәре, өйҙә етештерелгән консервалар һәм башҡа аҙыҡ-түлек йыйған. Йөктө алғы һыҙыҡҡа Ыҫлаҡ ауыл биләмәһе башлығы һәм район хакимиәте вәкиле алып барып тапшырған.

«Күптәр ирҙәре, ағай-ҡустылары һәм ейәндәренең тиҙерәк өйгә ҡайтыуын көтә», — тип яҙҙы Наил Әбелғужин үҙенең телеграм-каналында.
👍4👎2
Башҡортостанда юл камераларының урыны алмаштырыла

Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, стационар комплекстар авариялар йышыраҡ теркәлгән урындарға күсерелә. Төп маҡсат - аварияларҙы кәметеү, хәүефһеҙлек тәьмин итеү. Быйыл Башҡортостан юлдарында 2 мең ярым авария булған, уларҙа 330 кешенең ғүмере өҙөлгән.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Президиумы алдағы пленар ултырышта ҡараласаҡ һорауҙарҙы билдәләне

Депутаттар ҡарамағына тәҡдим ителәсәк 4 тиҫтәнән ашыу закон проекттары араһында социаль йүнәлештәгеләре лә бар. 1-се һәм 2-се төркөм инвалидтарҙы дәүләт ойошмаларында сиратһыҙ ҡабул итеү, янғын һүндереүселәрҙе һәм ирекмәндәр дружиналарын янғын һүндереү транспортына һалым түләүҙән азат итеү, тәбиғи объекттарҙы һаҡлауға контролде арттырыу һәм башҡа һорауҙар иғтибарға алынды.
3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тәүге ҡатын-ҡыҙ ирекмәндәр отряды Луганск халыҡ республикаһынан Башҡортостанға ҡайтты

Гүзәл заттар ике аҙна дауамында махсус хәрби операция биләмәһендә булып, госпиталдәрҙә яраланған хәрбиҙәргә ярҙам иткән. Быға тиклем дә уларҙың күбеһе ирекмәнлек менән шөғөлләнгән, алғы һыҙыҡҡа гуманитар ярҙам туплауҙа, маскировка селтәрҙәре үреүҙә, окоп шәмдәре яһауҙа ҡатнашҡан.
👍4👎2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районы фермеры бесән һаҡлауҙа элекке ысулдарға мөрәжәғәт иткән

Яңы - ул күптән онотолған иҫке. Шишмә районы фермеры бесән һаҡлауҙа элекке ысулдарға мөрәжәғәт иткән. Уны тығыҙлап төрөү урынына ул эҫкертте күпкә уңайлыраҡ тип тапҡан. Дамир Иҙиәтуллин - районда иң ҙур ферма хужалығы етәксеһе.
👍4👏1