БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.13K photos
7.88K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Хеҙмәттәшебеҙгә — яңы вазифа

Хеҙмәттәшебеҙ, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы Гөлдәриә Йосопова Рунет яҙыусылары союзы халыҡ-ара йәмәғәт берләшмәһенең Башҡортостандағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп һайланды.
Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
👍9
Өфөлә пассажир транспорты тикшерелә

Рейдтар бөгөн, шулай уҡ 21 һәм 28 ноябрҙә уҙғарыла, тип хәбәр итәләр автоинспекциянан. Төп маҡсат - пассажир транспорты ҡатнашлығында аварияларҙы кәметеү, хәүефһеҙлек тәьмин итеү. Автобустарҙың төҙөклөгөнә, водителдәрҙең ял һәм эш режимы үтәлешенә айырыуса иғтибар була.
👍2
Республикала "Уҡыусы ауыл" тигән проект ғәмәлгә ашырыла

Уны Башҡортостан йәмәғәт палатаһы ойоштора. - Быйылғы йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Был йәһәттән китап балаға йоғонто яһаусы, уның шәхесен үҫтереүсе көслө тәрбиә сараһы, тип хәбәр итәләр палатанан. Акция барышында китаптар йыйыла. Улар ауыл китапханаларына тапшырыла.
👍2
Башҡортостанда балыҡ үрсетеүселәргә ярҙам күрһәтелә

Ауыл хужалығы министрлығында субсидия алырға теләүселәрҙән ғаризалар ҡабул ителә. Тармаҡҡа ярҙам өсөн 30 миллион һум бүленгән. Уға ярашлы, хужалыҡтарҙың аҙыҡ, селбәрә алыу өсөн сығымдарҙың 40 процентына тиклем компенсациялау мөмкинлеге бар. Башҡортостанда 70-ән ашыу балыҡсылыҡ хужалығы бар. Уҙған йылда уларҙа 1 мең 100 тонна балыҡ етештерелгән.
👍4
"Урманды һаҡлайыҡ" акцияһы барышында 1,5 миллион төп ағас ултыртылған

Быйыл көҙ сараларҙа 100 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. - Башлыса ҡарағай һәм шыршы үҫентеләре ултыртылған. Ҡайһы бер райондарҙа йүкә өсөн биләмәләр билдәләнгән, тип хәбәр итәләр Урман хужалығы министрлығынан.
👍3
Яугирҙәргә яраланған өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләү арттырылды

Рәсәйҙә ил президенты Владимир Путин указы менән махсус хәрби операция биләмәһендә яраланыу һөҙөмтәһендә инвалидлыҡ алған яугирҙәргә бер тапҡыр бирелә торған түләү 4 миллион һумға тиклем арттырылды.

Рәсми документта билдәләнеүенсә, әгәр хәрби 2022 йылдың 24 февраленән указ көсөнә ингәнгә тиклем имгәнгән булһа, бер тапҡыр түләнергә тейешле аҡса, яраланғанда бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе иҫәпкә алып, «Ватанды һаҡлаусылар» фондынан бирелә.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәссамдар, тарихсылар, әҙиптәрҙең роле мөһим, әммә әлеге мәлдә конструкторҙар, металдың тутығыуы буйынса техник белгестәр мөһимерәк

Һәйкәл ваҡытында нисек эшләнгән, шул килеш һаҡланып ҡалырға тейеш, ти скульптор, Миңлеғәли Шайморатов һәйкәленең авторы Салауат Щербаков.
Әйткәндәй, ул Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау буйынса Күҙәтеү советының ағзаһы.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау буйынса Күҙәтеү советы рәйесе уның тәғәйенләнеше һәм бурыстары тураһында. Тәү сиратта уның эшмәкәрлеге һәйкәлде һаҡлауға йүнәлтеләсәк.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Төркиә компанияһы Башҡортостанда йөк күтәреү ҡорамалдарын етештерә башлай

Линия йыл аҙағына тиклем сафҡа инер тип көтөлә. Сит ил етештереүсеһенең крандары предприятиеларҙа ҙур һорау менән файҙалана. Шуға күрә беҙ инвесторға республикабыҙҙа үҙ цехын төҙөү башланғысы менән сыҡҡанда ярҙам иттек, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
26-27 ноябрҙә Өфөлә Рәсәй менән Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы үтә

Мәртәбәле сара ике илдең иҡтисади, мәҙәни, гуманитар бәйләнештәрен һаҡлау өсөн йыл һайын уҙғарыла. Был хаҡта Рәсәй сит ил эштәре министрлығының мәғлүмәт һәм матбуғат департаменты директоры Мария Захарова иҫкә төшөрҙө. XX форум ҡунаҡтарын Башҡортостанда бай эшлекле, мәҙәни программа көтә. Көнләшәм. Өфөлә ҡунаҡтарҙы ҡабул итә беләләр. Был юлы ла йылы осрашыу үтеренә ышанам, - тип һөйләне журналистарға Рәсәй сит ил эштәре министрлығы вәкиле.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районының яңы башлығы итеп Азамат Иҙрисов тәғәйенләнде

Ул вазифаға бөгөн район Советы ултырышында бер тауыштан һайланды. Азамат Иҙрисов - күп йылдар республика мәнфәғәтенә хеҙмәт иткән кеше. Һуңғы йылдарҙа ул Донбассты тергеҙеүҙе етәкләй.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районы ирекмәндәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар менән осрашты

Иглин районы ирекмәндәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар менән осрашты. «Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» штабындағы йылы осрашыу хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат Юлаев һәйкәле тарихы һәм реставрацияһы тураһында «Мин ҡайтырмын» фильмы төшөрөлә

Башҡортостанда Салауат Юлаевтың һәйкәлен төҙөү тарихына һәм уны реставрациялау эшенә әҙерлек тураһында документаль фильм төшөрөлә. «Мин ҡайтырмын» картинаһы күптәрҙе борсоған һорауҙарға яуап бирер тип көтөлә. Фильмды Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында БСТ телеканалы менән «Самрау» фонды әҙерләй. Бөгөн ижади төркөм өсөн үтә лә яуаплы көн. Скульптураның ысынбарлыҡтағы хәлен күрһәтеү өсөн операторҙар монументтың эске яғына инде.
👍6🔥31👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйән районында медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡ күҙәтелмәй

Төбәк йәштәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү һөҙөмтәһендә төрлө дәүләт программаларын уңышлы файҙаланыуға өлгәшкән.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Милли музейҙа «Нағышлы Башҡортостан» күргәҙмәһе асылды

Экспозицияла 54 райондың картаһы урын алған. Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы һәм Милли музей булышлығында Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторған проектта 500 -ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Карталарҙың авторҙары - республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән ҡул эше оҫталары, профессиональ рәссамдар, шулай уҡ ижади студиялар, коллективтар, оҫтаханалар, предприятиелар, уҡыу йорттары, музейҙар вәкилдәре.
👍41
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Бишек йыры» тип исемләнгән яңы проекттың исем туйы үтте

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Бишек йыры» тип исемләнгән яңы проекттың исем туйы үтте. Мәктәпкәсә йәштәгеләр өсөн нәшер ителгән йыйынтыҡты уҡырға, шулай уҡ махсус һылтанма аша тыңларға ла мөмкин. Бишек йырҙары халыҡ ауыҙ-тел ижадының айырым жанры булараҡ ҡарала. Ошоно иҫәпкә алып, нәшриәт хеҙмәткәрҙәре фольклор әҫәрҙәрен халыҡҡа заманса форматта еткерергә ҡарар иткән.
👍51
Башҡортостан көрәшселәре донъя беренселегендә 4 миҙал яуланы

Ҡазанда үткән турнирҙа 35 илдән 500-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, беҙҙең республиканан Алена Фатыхова - көмөш, Илфаҡ Ибәтуллин, Альбина Әлиева һәм Зарина Әлмөхәмәтова бронза наградаларға лайыҡ булды.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Беҙ хәҙер тарихи ҡарар ҡабул итәбеҙ»

— Беҙҙең ейән-ейәнсәрҙәр ошо һәйкәлде күреп үҫәсәк, милли геройыбыҙ һәм донъя кимәлендәге монумент менән ғорурланасаҡ. Беҙ тешебеҙ ауыртһа, махсус урынға теш табибына барабыҙ, белгесте йортобоҙға саҡырмайбыҙ. Әлбиттә, һис шикһеҙ, цехта йүнәтергә кәрәк, белгестәр күҙәтеүе аҫтында эшләргә, нигеҙен алмаштырырға кәрәк.

Рәссамдарҙың, тарихсыларҙың, әҙәбиәтселәрҙең эше мөһим, әммә хәҙер конструкторҙар, тимер буйынса техник белгестәр эш итергә тейеш. Һәйкәл үҙенең элекке йөҙөн юғалтырға тейеш түгел, — тип белдерҙе скульптор, Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле авторы Салауат Щербаков.
👍5
Башҡортостанда мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн экскурсиялар ойошторола

Бер нисә инклюзив тур булдырылған. Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров белдереүенсә, йыш ҡына инвалидтарҙы ғәҙәти экскурсия төркөмдәренә индермәйҙәр. Туристик операторҙарҙың уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, уңайлыҡтар булдырыу мөмкинлеге юҡ. Проблеманы хәл итеү өсөн мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн экскурсиялар булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Бындай сәфәрҙә ҡатнашыусылар төбәктең матурлығын ғына күреп ҡалмай, төрлө кешеләр менән танышыу, аралышыу мөмкинлегенә лә эйә, - тип Андрей Назаров. Башҡортостанда мөмкинлеге сикләнгән 245 меңдән ашыу кеше бар. 2024 йыл Республикала һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәрҙе хәстәрләү йылы тип иғлан ителде.
2
Белорет урамдары яҡтырҙы

Быйыл ҡалала 383 яңы фонарь урынлаштырылған. Бының өсөн 7 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Урамдарҙы яҡтыртыу буйынса эш дауам итә. Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта белдереүенсә, бөгөнгә 300 мең һум экономияланған. Был аҡса яҡтыртыу системаһын яңыртыуға йүнәлтелә.
👍1
Башҡортостанда 88 мең тонна шәкәр етештерелгән

Бөгөнгә 632 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө эшкәртелгән. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала 2 миллион ярым тонна татлы тамыр йыйып алынды. Уңыш Шишмә һәм Раевкалағы ике заводта эшкәртелә. Сөгөлдөр ҡалдыҡтарынан - жом мал аҙығы итеп ҡулланыла. Ул экспортҡа ла сығарыла.
👍1