БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.9K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
15 ноябрҙә «Башҡорт-үзбәк оҙон ғүмерлелеге» исемле киңәйтелгән проект башлана

Был көндө Башҡортостандан «көмөш» туристарҙың тәүге төркөмө Үзбәкстанға юллана. Проектта ҡатнашыусылар - 55 йәштән өлкәндәр. Бындай турҙың оҙайлығы 4 көн. Ул Өфөнән Сәмәрҡәндкә һәм кирегә осоуҙы, йәшәүҙе, иртәнге аш, экскурсия программаһын, страховкалауҙы үҙ эсенә ала. Сәфәр барышында турҙа ҡатнашыусылар Сәмәрҡәндтең төп иҫтәлекле урындарын күрәсәк, үзбәк аш-һыуынан ауыҙ итәсәк һәм буш ваҡытта ҡала буйлап үҙаллы йөрөй аласаҡ.
1👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Григорий Панин Континенталь хоккей лигаһында «Салауат Юлаев» клубының яңы рекордын ҡуйҙы

Һаҡсы Григорий Панин Континенталь хоккей лигаһында «Салауат Юлаев» клубының яңы рекордын ҡуйҙы. «Себер» менән һуңғы уйында яҡташыбыҙ икенсе шайбаны индерҙе. Был гол менән ул юлаевсылар тарихында уңышҡа өлгәшкән иң өлкән хоккейсы булды.
🔥3
Башҡортостанда йәшәүселәр яугирҙарға күстәнәс әҙерләгән

Асҡын районында ауыл ҡатын-ҡыҙҙары хәрбиҙәр өсөн өй туҡмасы киҫкән. “Ҡамыр баҫҡанда ла, туҡмас киҫкәндә лә изге теләктәр теләнек”, - ти Башҡортостан ауылы старостаһы Гөлназ Суфиянова.
👍4👎2
Башҡортостан урмандарына өҫтәмә видеокүҙәтеү комплекстары ҡуйыла

Урал аръяғы райондарына 10 камера урынлаштырыу ҡарала. Бөгөн урман биләмәләрендә янғын хәүефһеҙлеге 4 баҫҡыслы система буйынса тикшерелә. Республика урмандары йыһандан күҙәтелә, “Урман һаҡсыһы” видеокүҙәтеү камералары эшләй. Белгестәр авиация ярҙамында һәм йәйәү йөрөп патруль ойоштора.
👍1
Өфөлә яңы ҡар иретеү пункты йөк машиналарын ҡабул итә башланы

Был турала ҡала хакимиәтенән хәбәр итәләр. Әле баш ҡалала ике урында ҡар иретеү мөмкинлеге бар. Комплекстар Калинин һәм Совет райондарында урынлашҡан. Уларҙа тәүлегенә 2 мең 700 кубик метр ҡар иретергә була. Киләсәктә ҡаланың һәр районында ошондай комплекстар асыу планлаштырыла.
👍1
Рәсәйҙә Владимир Жириновскийҙы иҫкә алалар

2026 йылда уның тыуыуына 80 йыл тула. Ил президентының юбилей сараларын уҙғарыу тураһында указы бар. Ойоштороу комитеты булдырылған. Уны Дума спикеры Вячеслав Володин етәкләй. Сәйәсмән Владимир Жириновский 2022 йылдың апрелендә вафат булды.
🤔3👎1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районында күмер тейәгән 20-нән ашыу вагон диверсия һөҙөмтәһендә рельстан сыҡҡан

Хоҡуҡ һаҡлау органдары ғәҙәттән тыш хәлдең шартлау менән бәйле булыуын асыҡлаған. Тәфтишселәр фекеренсә, ҡоролма вагондарҙың береһендә йәшерелгән булған. Экспертиза мәғлүмәттәре буйынса, вагондарҙы сафтан сығарыу өсөн бризант шартлатҡыс матдә ҡулланылған. Ғәйепләнеүсе ҡулға алынған, уның Ставрополь крайынан 31 йәшлек ир булыуы билдәле. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тимер юлдағы ваҡиға 3 ноябрь төнөндә Бурцев ауылы эргәһендә теркәлә. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр булманы. Был хәл поездар хәрәкәтенә йоғонто яһамай.
😱3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Коммуналь һәм торлаҡ хужалығы идаралыҡтары етәкселәре өсөн «йоҡоһоҙ осор» башланды

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев коммуналь һәм торлаҡ хужалығы идаралыҡтары етәкселәре өсөн «йоҡоһоҙ осор» башланыуын белдерҙе. Ул ҡыш миҙгелендә урамдарҙа, ихаталарҙа һәм йәмәғәт транспортында уңайһыҙлыҡтар килеп тыумаһын өсөн бар көстө һалып эшләргә ҡушты.
🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Рекрут» программаһы 31 декабргә тиклем оҙайтылды

ДОСААФ тәҡдиме менән башланған программа ярҙамында граждандарға Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә ярҙам иткән ирекмәндәргә 50 мең һум аҡса түләнә. Унда ҡатнашыу өсөн 18 йәше тулған ирекмән контракт буйынса хеҙмәт итергә теләгән хәрби менән ДОСААФ бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә, документ тултырырға, һуңынан хәрби комиссариатҡа килергә тейеш.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Спутник» ҡушаматлы яугир ялын ғаиләһе эргәһендә уҙғарыуҙы хуп күрә

Ике аҙна дауамында йорт йылыһы. Махсус хәрби операция биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Спутник» ҡушаматлы яугир ялын тыуған ере - Хәйбулла районында ғаиләһе эргәһендә уҙғарыуҙы хуп күрә.
«Спутник» ҡушаматлы яугир махсус хәрби операция биләмәһенә 2024 йылдың мартында үҙ теләге менән юллана. Уның ике ҡыҙы менән ҡатыны ла Ватанды һаҡлау изге бурыс икәнлеген яҡшы аңлай. Геройыбыҙ артыҡ һүҙсән түгел. Яҡындарына махсус хәрби операция тураһында һөйләмәҫкә тырыша. Илебеҙҙең дошманды еңәсәгенә ышанысы көслө.
2🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнде

Был туралағы указға Владимир Путин ҡул ҡуйған. Награданы Кремлдә Рәсәй Президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко тапшырҙы. Эксперттар билдәләүенсә, награда республика башлығының ил мәнфәғәттәрен яҡлауға индергән өлөшөн сағылдыра. Башҡортостан ирекле подразделениелар ойоштороу һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға гуманитар ярҙам күрһәтеү буйынса башҡа субъекттарға өлгө булып тора.
3👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәп төҙөлөшө дауам итә

Йылы биргәс эске биҙәү эштәре башланасаҡ. Өфөлә Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәп төҙөлөшө дауам итә. Бөгөнгә эштәр 60 процентҡа теүәлләнгән.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда пневмония менән сирләүселәр артыуы күҙәтелә

Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы бүлексәһендә әлеге ваҡытта палаталар тулы. Табиптар билдәләүенсә, күңелһеҙ статистикаға көндәрҙең һыуытыуы сәбәпсе. Был миҙгелдә организм төрлө ауырыуҙарға һиҙгер була. Пациенттар араһында айырыуса үҫмерҙәр күп. Ауырыуҙың билдәләренә килгәндә, ул һалҡын тейеүгә оҡшаш, температура күтәрелә, күңел болғана.
😱2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Дәүләт хәүефһеҙлеҙлеге эшмәкәрлеге» темаһына түңәрәк өҫтәл уҙғарылды

Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында «Дәүләт хәүефһеҙлеҙлеге эшмәкәрлеге» темаһына түңәрәк өҫтәл уҙғарылды. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сара сиктәрендә быға тиклем сер итеп һаҡланған, «йәшерен» грифы менән документтар тарихсылар, халыҡ иғтибарына тәҡдим ителде.
👍1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Курск өлкәһендә Башҡортостандан юғалған депутат бәйләнешкә сыҡты

Бер нисә көн элек хәрби задание үтәү барышында, Алексей Локотченко һәм уның иптәштәре радарҙарҙан юғала. Бәхеткә күрә, улар иҫән. Парламентарий тәүге тапҡыр быйыл февралдә Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйҙы. Донецк халыҡ республикаһында хеҙмәт итә, хәрби артиллерия расчеты командиры була. Ике тапҡыр яралана, шуға ҡарамаҫтан сентябрҙә контрактты оҙайтырға ҡарар итә.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембай ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға дрондар йыя

Тәүҙә эш һалдаттарға гуманитар ярҙам ебәреүҙән башлана. Фронтта дрондарға ихтыяж тураһында белгәс, ирекмәндәр уларҙы етештереүгә тотона. Ошо көндәрҙә улар Донбасста ла булып ҡайтҡан.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондында МХО ветеранына бушлай реабилитация үтергә ярҙам итәләр

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондында махсус хәрби операция ветеранына бушлай реабилитация үтергә ярҙам итәләр. Учалынан Урал Ибәтуллин махсус хәрби операция башынан уҡ Ватан һағына баҫа. Быйыл аяғы яраланып госпиталгә эләгә.Әлеге ваҡытта республика клиник психотерапия үҙәгендә һаулығын тергеҙә. Шулай уҡ уға инвалидлыҡ буйынса түләүҙәр алыу өсөн кәрәкле документтарҙы рәсмиләштереүҙә ярҙам итеп аяҡ протезын һатып алалар. Яугир менән БЮТ ижади төркөмө аралашты.
👍21
15 ноябрҙә "Башҡорт-үзбәк оҙон ғүмерлелеге" проекты старт ала

Беҙҙең республиканан тәүге төркөм Үзбәкстанға юллана. Проектта 55 йәштән өлкәндәр ҡатнаша. Бындай тур 4 көнгә иҫәпләнгән. Программаға Сәмәрҡәндҡә осош, йәшәү, ашау, экскурсиялар, страховка инә. Быйыл Үзбәкстанға өс сәфәр планлаштырылған, улар 15, 29 ноябргә, шулай уҡ 13 декабргә тәғәйенләнгән. Программала 150 кеше ҡатнаша ала. "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" проекты Радий Хәбиров башланғысы менән 2020 йылдан ғәмәлгә ашырыла.
👍2
Белоретҡа тиклем электричкалар ҡышҡы режимға күсерелә

Үҙгәреш әүҙем туристик миҙгел тамамланыуы менән бәйле. Хәҙер Өфө-Белорет маршруты буйынса поезд ял һәм байрам көндәрендә генә сыға. Ул тиҫтәнән ашыу урында туҡталыш яһай. Маршрутта яңы "Финист" электр поезы йөрөй.
👍1
1-се класс уҡыусылары өсөн өҫтәмә каникул була

Мәғариф һәм фән министрлығы киләһе йылға календарь әҙерләне. Уға ярашлы, 2025 йылда 15 февралдән 23-өнә тиклем 1-се класс балалары өсөн каникул була. Йәйге каникул 27 майҙа башлана һәм 31 авгусҡа тиклем дауам итә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө Волга буйы федераль округы студенттар отрядтарының 4-се слетын ҡабул итә

Сара студенттар отряды хәрәкәтенең 65 һәм «Рәсәй студенттар отряды» йәмәғәт ойошмаһының 20 йыллығына бағышланған. Слеттың тәүге көнөндә әүҙем йәштәр республика менән идара итеү ҙәгендә Округ штабы кәңәшмәһен уҙғарҙы. Осрашыуҙа төрлө мөһим һорауҙар ҡаралды, 2024 йылға йомғаҡтар барланды. Ведомство-ара хеҙмәттәшлек итеү йәһәтенән эште дауам итеү кәрәклеге билдәләнде. Студентар отрядтары - сағыу, күләмле йәштәр хәрәкәте генә түгел, тәрбиә биреү системаһының мөһим өлөшө лә, тиелде штаб кәңәшмәһе барышында.